“Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө”ндә Стәрлебаш районының бизнес-шәрифе Айнур Наил улы Юнысов йәш эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелеүе тураһында яҙған. “Стәрлебаш ауылынан йәш эшҡыуарҙар Рафаил Йосопов һәм Илнур Әхмәтшин бизнес менән 2020 йылдан шөғөлләнә. Башланғыс этапта улар франшиза буйынса икмәкхана асҡан, ә һуңынан үҙҙәренең брендын булдырырға ҡарар иткән. Район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә йәш эшҡыуарҙар “ҠыСТБый” милли кафеһын асыуға бизнес-проект менән сығыш яһаны. Район хакимиәте эшҡыуарҙарҙың идеяһын хуплап, кафе өсөн ер участкаһы алырға ярҙам итте. 2023 йылдың көҙөндә Стәрлебашта “ҠыСТБый” асылды ла инде. Стәрлебаш районында эшҡыуарҙар рәтен тулыландырырға теләгән барлыҡ йүнселдәрҙе "Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре"нә саҡырабыҙ. Һеҙҙең бизнес өсөн ер участкаһы, бина һәм ярҙам сараларын һайларбыҙ”, – тигән ул үҙ яҙмаһында. Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.