Аҡъяр ауылынан Фларит Аҡсурин 2024 йылдың 15 ғинуарында махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды. Ил һаҡсыһын хәйбуллалар оло хөрмәт менән һуңғы юлға оҙатты. Фларит Фәрит улы 1973 йылдың 7 февралендә Шишмә районы Шишмә ҡасабаһында донъяға килгән. 2-се Аҡъяр мәктәбенең 9-сы класын тамамлағандан һуң, 110-сы һөнәрселек училищеһында белем ала. 1991 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Төрлө тармаҡтарҙа, күбеһенсә төҙөлөш өлкәһендә эшләй. Ҡатыны менән туғыҙ бала тәрбиәләй, ете ейән-ейәнсәре бар. Ғаилә өсөн ул ныҡлы терәк була. 2023 йылдың 11 декабрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй, һәм Тыуған илде һаҡлап, махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бәхилләшеү сараһына, геройҙы һуңғы юлға оҙатырға туғандары, яҡындары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары, ауылдаштары, район халҡы йыйылды. Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссар Ринат Зәбиров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Хәйбулла батыры Фларит Аҡсуриндың әсәһенең, ҡатынының, балаларының, туғандарының һәм яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, һалдат! Фото һәм текст сығанағы: Раян Атанбаев.