Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Дауахана заманса ҡорамалдар алды

“Һаулыҡ һаҡлау”милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһына яңы ”УЗИ-Электрон” ультратауыш диагностика аппараты алынды. Аппараттың ҡулланыу өлкәһе киң. Ул абдоминаль, ҡан тамырҙары, кардиология тикшеренеүҙәре өсөн тәғәйенләнгән. Ҡорамал педиатрияла, неонатологияла, акушерлыҡта һәм гинекологияла ҡулланыла. Эш өсөн уңайлы, ти белгестәр. Ультратауыш диагностикаһы табибы, акушер-гинеколог Воскеат Мкртчян билдәләүенсә, заманса аппарат диагностика һөҙөмтәләренең дөрөҫлөгөн тәьмин итә. –Сирҙе уңышлы дауалау өсөн уға ваҡытында диагностика үткәреү мөһим. Бының өсөн дауахананы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырырға кәрәк. Яңы аппарат төрлө сирҙәрҙе диагностикалау ваҡытын тиҙләтә һәм пациентҡа медицина ярҙамын юғары кимәлдә башҡарырға мөмкинлек бирә. Аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттарға уңайлы булһын өсөн ҡорамал поликлиниканың беренсе ҡатына урынлаштырылған,– тип билдәләне дауахананың баш табибы Азамат Ғәлиев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.