Күп дин әһелдәре ноҡот һалыу ярамай тиһә, икенселәре диндә ноҡот һалыу тыйылмай тиҙәр. Әммә халҡыбыҙҙа элек- электән ноҡот һалыу булған, бар һәм буласаҡ та. Әммә уны кәрт һалыу менән бутарға ярамай. Төрлө райондарға командировкаларға сыҡҡанда һәр саҡ ҡыҙыҡлы шөғөлдәре булған, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен дауам иткән, им-том менән шөғөлләнгән кешеләр хаҡында һорашам, уларҙы табып, осрашырға тырышам. Был юлы ла Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылына барғанда ноҡот һалған Миңзәлә Мөхәмәтова менән танышырға тура килде. Әйткәндәй, уның юрауҙары тура килә, ти ауылдаштары. Ноҡот һалыу өсөн финик төштәре йәки диңгеҙ таштары ҡулланыла. Таштар бер төрлө ҙурлыҡта, йомро булырға тейеш. Ноҡот алдағы 41 көндә кешене нимә көткәнен әйтә. Ноҡот һалыуҙың тәртибе: - 41 ноҡот ташы алына. - Ноҡот алдына баҡыр тәңкә һалабыҙ. - Бисмиллаһир-рахманир-рахим, (ноҡот һалыусының исеме һәм әсәһенең исемен әйтеп) ниҙәр көтөүен әйтсе, ноҡот, тип ниәтләп башлайбыҙ. - 41 ташты өс өлөшкә бүләбеҙ. - Уң яҡтан башлап һәр