“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә 2024 йылдың 17 ғинуарынан 21-нә тиклем Түбәнге Новгород өлкәһенең Кстово ҡалаһында 24 йәшкәсә үҫмерҙәр араһында самбо буйынса Рәсәй беренселеге уҙҙы. Ярыш Халыҡ-ара самбо академияһында ойошторолдо, унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 450-нән ашыу йәш спортсы-самбист миҙалдарҙан тыш, 12-16 июндә Ҡазанда турнир еңеүселәре өсөн үтәсәк БРИКС уйындарына юлламалар өсөн көрәште. Ярыштың икенсе көнөндә алдынғы самбосылар араһында Дәүләкән ҡалаһының “Самбо-75” балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, әле Урал тау-металлургия компанияһының Самбо клубы (Үрге Пышма, Свердловск өлкәһе) спортсыһы Данир Шәмсетдинов айырылып торҙо. Данир – самбо буйынса Рәсәй спорт мастеры, ул өсөнсө урынды алды һәм 58 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында самбо буйынса Рәсәй беренселегенең бронза призеры булды. "Шундай чемпионаттар ярҙамында йәш спортсылар һәм тренерҙар баһалап бөткөһөҙ ярыш тәжрибәһенә эйә була һәм психологик көйөн яҡшырта, шулай уҡ спортсыларҙың техник-тактик оҫталығы камиллаша. Данирҙы һәм уның остазы Юрий Лоншаковты еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!”, – тип билдәләнеләр Дәүләкән районы хакимиәтендә. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.