Найти тему
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров Астанала Үҙәк Азияның ҙур мәсетендә булды

Бөгөн, 24 ғинуарҙа, Астанаға эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың йәмиғ мәсетендә булды. Был иман йорто – Ҡаҙағстандағы һәм Үҙәк Азиялағы иң ҙур мәсет. Экскурсия ваҡытында имам Канат Кыдырмин һәм йәмәғәтселек менән эшләү буйынса менеджер Ернар Кожабек ғибәҙәтхананың 2022 йылда асылыуы хаҡында һөйләне. Уның территорияһы 10 гектарҙы биләй. Мәсет дүрт манаралы, уларҙың һәр береһенең бейеклеге – 130 метр, ҙур көмбәҙенең бейеклеге - 83,2 метр. Ғибәҙәтхана биләмәһендә бер үк ваҡытта 235 мең самаһы кеше доға ҡыла ала. Башҡортостан Башлығы ҡорамдың монументаль булыуын һәм уны төҙөлөшөнә комплекслы ҡарашты билдәләне. Был тәжрибә беҙҙең республика өсөн дә ҡыҙыҡлы. - Астана мәсете донъяның иң ҙур ун мәсете иҫәбенә инә. Бында бик ҡыҙыҡлы архитектура һәм дөйөм алғанда комплекслы ҡараш күренә. Гүзәл заттарҙы тегергә өйрәтеүсе оҫтахана һәм мәғрифәтселек мәктәбе бар, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ Өфөлә “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшөнә бәйле тикшереү эштәрен тамамлайбыҙ. Тиҙҙән йөҙләү ташын һатып алыу тәҡдиме менән сығасаҡбыҙ һәм төҙөлөш эштәрен планлаштырасаҡбыҙ. Шуға күрә донъялағы иң яҡшы ғибәҙәтхана өлгөләре менән танышыу беҙҙе ҡыҙыҡһындыра. Сығанаҡ: glavarb.ru