Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар 30 ғинуарға тиклем республиканың мәғариф системаһы менән таныша, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, лаборатория тикшеренеүҙәре үткәрә ала. Аҙнаның һәр көнө билдәле бер темаға арналасаҡ. – Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы Рәсәй Федерацияһында иң ҙурҙарҙың береһе булып һанала, мәғариф ойошмаларының киң тармаҡлы селтәре һәр уҡыусыбыҙ өсөн тигеҙ мөмкинлектәр бирә. Федераль проекттар ярҙамында учреждениеларыбыҙҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырабыҙ, яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөйбөҙ, капиталь ремонт эшләйбеҙ, – тине БР мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин. Башҡортостан Республикаһы стенды көн һайын сәғәт иртәнге 10-дан киске 10-ға тиклем эшләйәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин 29 мартта, иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында илдең мөһим ҡаҙаныштарын күрһәтеү, шулай уҡ артабанғы халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итеү өсөн, ”Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумын үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Сара 2023 йылдың 4 ноябренән 2024 йылдың 12 апреленә тиклем Мәскәүҙә ВДНХ-ла үтә. Фото: Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте
Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының мәғариф аҙналығы башланды
24 января 202424 янв 2024
~1 мин