23 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин Ҡаҙағстан Республикаһындағы Рәсәй хеҙмәттәшлеге вәкиллегендә башҡорт йәмәғәт ойошмалары активистары менән осрашты. Осрашыу барышында Ҡаҙағстан Республикаһында йәшәгән ватандаштарға ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде. Атап әйткәндә, башҡорт телен, башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү, Астана һәм Кустанай ҡалаларындағы башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен уҡытыу-методик материалдар менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. - Тыуған ерҙән алыҫта йәшәһәк тә, тарихи Ватаныбыҙ менән ныҡлы бәйләнеш тоябыҙ, Башҡортостан Республикаһы үткәргән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берләшмәһе рәйесе Урал Аҙнабаев. Осрашыу барышында Илдар Мәүлетбирҙин ҡатнашыусыларҙың барыһына ла башҡорт халҡының үҙенсәлеген һәм мәҙәни традицияларын һаҡлау өлкәһендә конструктив диалог һәм көндәлек эш өсөн рәхмәт белдерҙе. - Ял көндәрендә ватандаштарыбыҙ өсөн башҡорт теле буйынса онлайн-мәктәптәр ойоштороу тураһында һөйләшеп килештек. Бының өсөн полилингваль мәктәптәрҙең, милли гимназияларҙың башҡорт теле уҡытыусыларын йәлеп итәсәкбеҙ. Ватандаштарыбыҙҙың балаларын йәйге осорҙа башҡорт телен өйрәнеү буйынса профилле сменаларға Башҡортостан Республикаһына ебәреү тураһында мәсьәләне өйрәнербеҙ. Был улар өсөн бик мөһим. Бынан тыш, уҡытыусылар араһында тәжрибә алмашыу буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәт бар, - тип билдәләне Илдар Мәүлетбирҙин. Ҡаҙағтан Республикаһында булдырылған «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни ойошмаһына Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығынан башҡорт теле кабинетын стендтар менән йыһазландырыуға һәм балалар милли кейемдәре менән тәьмин итеүгә сертификаттар тапшырылды. Иң әүҙем башҡорт йәмәғәтселәренә Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Тарихи Ватаныбыҙ менән ныҡлы бәйләнештәбеҙ, ти Ҡаҙағстан башҡорттары
24 января 202424 янв 2024
1 мин