Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Яңы реаль шарттарҙа экспорт һәм импорттың актуаль тенденциялары” комплекслы семинары уҙғарыла

2024 йылдың 31 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы “Яңы реаль шарттарҙа экспорт һәм импорттың актуаль тенденциялары” комплекслы семинарын уҙғара. Семинарҙа түбәндәге темалар ҡарала: -Түләүҙәрҙә оптималь маршрут булдырыу – уңышһыҙ транзакциялар проблемаһын хәл итеү. -Экспорт-импорт операциялары ваҡытында курсты тирбәлеүҙән һаҡлау инструменты. -Яңы реаль шарттарҙа экспорт-импорт йөктәрен страховкалау. -Сәнәғәттә экспорт һәм импортҡа дәүләт финанс ярҙамы: инструменттар һәм һөҙөмтәле ҡулланыу. -ТН ВЭД ЕАЭС-ҡа ярашлы классификация тураһында хәл итеү. Импортта мөһим нәмә. Сарала шулай уҡ ҡатнашыусылар һәм эксперт-спикерҙар араһында В2В- һөйләшеүҙәрен ойоштороу ҡаралған. Үткәреү ваҡыты: Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы,3, конференция залы. Ваҡыты: 11.00 – 15.00 сәғәттәр. Теркәлеүҙе https://tpprb.timepad.ru/event/2743502 һылтанмаһы аша үтергә мөмкин. Ҡатнашыу бушлай.