Найти тему
Башҡортостан гәзите

Береһе - иген, икенсеһе мебель тейәгән булған....

Күгәрсен районында ҡапма-ҡаршы ике йөк автомобиле бәреләшкән. Юл фажиғәһе бөгөн көндөҙгө сәғәт көндөҙгө өстәр тирәһендә Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 291-се саҡрымында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ГАЗ маркалы фургондар ҡапма-ҡаршы бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә, ГАЗдарҙың береһенең 30 йәшлек водителе алған йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Икенсеһе, 39 йәшлек водитель, дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, бер водитель - иген, икенсе мебель ташыған. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ! Фото: ирекле сығанаҡтан.