Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡаҙағстан менән бәйләнештәр төрлө йүнәлештәрҙә буласаҡ

Бөгөн, 24 ғинуарҙа, Астанала “Ҡаҙағстан-Башҡортостан” бизнес-форумы майҙансығында республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә Ҡаҙағстан менән иҡтисади һәм гуманитар партнерлыҡ булдырыуҙың төп принциптары хаҡында һөйләне һәм Башҡортостан делегацияһының сит илгә эш сәфәренең тәүге һөҙөмтәләре менән уртаҡлашты. Радий Хәбиров Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың үҙ-ара туғандарса мөнәсәбәттә булыуын айырып билдәләне. “Тарихыбыҙ оҙайлы, тамырҙарыбыҙ уртаҡ һәм был бик мөһим. Бында һәр ваҡыт үҙемде өйҙәге кеүек хис итәм, - тине Башҡортостан Башлығы. – Өс йыллыҡ берлектәге эш осорон алып ҡарағанда, яҡшы аҙым яһаныҡ. Объектив күрһәткестәр тауар әйләнешенең үҫешен күрһәтә. Был, моғайын, хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең төп индикаторы булып торалыр”. Был осраҡта һүҙ, тәү сиратта, сәнәғәт кооперацияһы – предприятиелар асыу, үҙ-ара инвестициялау тураһында бара. Ҡаҙағстанда эш башлаған Башҡортостан предприятиеларының һаны арта бара. Мәҫәлән, «Урал пружина заводы» төҙөлә, «Медьстальконструкция» шулай уҡ бында производство аса. Бер нисә компания ер участкаларын рәсмиләштереү стадияһында. Шуның менән бер рәттән сәфәр барышында мәҙәни һәм гуманитар мәсьәләләрҙе, туризмды үҫтереү мөмкинлектәре ҡарала. Мәҫәлән, Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проектына ярашлы бүленгән квота иҫәбенә хаҡлы ялдағы 700 кеше быйыл Ҡаҙағстанға бара ала. Туристик сәфәр хаҡының бер өлөшөн республикабыҙ үҙе ҡаплай. - Бөгөн беҙ Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты һәм Премьер-министры, ил Хөкүмәте ағзалары менән осраштыҡ. Фекер алышыуҙар барышында мәҙәни хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен дә ҡараныҡ. Атап әйткәндә, үҙ-ара мәҙәни алмашыу кәрәклегенә айырыуса иғтибар бүленде. Беҙҙең мәҙәни учреждениелар, тәү сиратта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Астанаға гастролдәр менән киләсәк, тип килештек. Шулай уҡ беҙҙең делегацияны Астанаға Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына саҡырҙылар. Был – беҙгә бик яҡын спорт һәм мәҙәни байрам, - тип һөйләне Радий Хәбиров. Эш сәфәре барышында Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты менән таныштырыу саралары үткән. - Ҡаҙағстан етәкселеге менән һөйләшеүҙәрҙә беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу күрҙек. Үҙ сиратымда мин дә ил Президенты һәм Премьер-министры менән осрашыуҙарҙа, Ҡаҙағстан беҙҙең өсөн төп тышҡы иҡтисади партнер булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдым. Шунан сығып эш итәсәкбеҙ, - тине Башҡортостан Башлығы эш сәфәренең тәүге йомғаҡтары менән таныштырып. Сығанаҡ: glavarb.ru