24 ғинурҙа Белгород эргәһендә “Ил-76” хәрби самолеты ҡолаған. Мәғлүм булыуынса, уның бортында 65 әсир хәрби хеҙмәткәр була, уларҙы алмашыу өсөн алып китеп барғандар. Улар менән бергә самолет экипажының алты ағзаһы һәм өс оҙатыусы ла булған, тип өҫтәнеләр ведомствола. Урында һәләкәт сәбәптәрен асыҡлау өсөн махсус комиссияһы ебәрелгән. Радиоэфирҙы күҙәтеү менән шөғөлләнгән сығанаҡтар Белгород өлкәһендәге “Ил-76” самолеты янында осоп барған самолеттан яҙма баҫтыра. Унда экипаж радио аша хәрби-транспорт самолетына эләккән ракета тураһында хәбәр итә. Пилот һәләк булғансы янған самолетты Яблоново ауылынан ситкә алып китә алған. Һөҙөмтәлә самолет яланға ҡолаған. Бәреп төшөрөлгән “Ил-76” украин әсирҙәрен алмаштырыу өсөн килешелгән маршрут буйынса осҡан булған. Белгородҡа күптән транспорт самолеттары осмай, ә бөгөн әсирҙәр менән алмашыу өсөн маршрут килешелгән. Бөтә алмашыуҙар бер сценарий буйынса бара һәм был Украина менән Рәсәй авиация маршруттары бер нисә тапҡыр файҙаланыла. Хәҙер Киевта килешеүҙәрҙе боҙоуҙа һәм кешеләрҙең үлеме өсөн кемде ғәйепләргә тип уйланалар. Формула буйынса 192-не 192 әсиргә алмаштырыу бөгөн Белгород өлкәһе сигендә булырға тейеш булған. Украина хәрби көстәре “Ил-76” самолетына һөжүм итеп бөтәһен дә юҡҡа сығарған. Фото: https://t.me/baskiriaonline/13658
“Ил-76” хәрби самолеты ҡолау һөҙөмтәһендә 74 кеше һәләк булған
24 января 202424 янв 2024
1 мин