24 ғинуарҙа Астанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ҡаҙағстан - Башҡортостан” бизнес-форумын асыу тантанаһында сығыш яһаны. Сара Ҡаҙағстандан 400 предприятие һәм Башҡортостандан 70 компания вәкилдәре ҡатнашлығында ҡаланың Конгресс-үҙәге майҙансығында үтә. Эшлекле программала Башҡортостандың презентацияһы, B2B форматында эшлекте осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр, пленар сессия һәм ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эшсе төркөм ултырышы планлаштырылған. Форумда ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеүсе ил исеменән Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Канат Шарлапаев сәләмләне. – Бөгөнгө сара Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә стратегик әһәмиәткә эйә. Һуңғы йылдарҙа Ҡаҙағстан менән Башҡортостандың тотороҡло яҡшы мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килде. Беҙ сауҙа әйләнешенең үҫеүен билдәләйбеҙ, ағас эшкәртеү, химия тармағы һәм машиналар эшләү өлкәһендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Ә 2023 йылдың сентябрендә Астанала “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһендә Ҡаҙа