Социаль селтәрҙәрҙә «Хәбиров Бастрыкинға хат яҙған» тигән ялған хәбәр таралған. Йәнәһе Радий Хәбиров Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкинға Фаил Алсыновты* ҡатыраҡ язаға тарттырыу тураһында үтенес менән хат яҙған. “Война с фейками. Башҡортостан” каналы хәбәрселәре асыҡлауынса, (https://t.me/warfakesbashkortostan/437) был хәбәр ҡотҡо һәм ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Беренсенән, Радий Хәбиров үҙ исеменән Башҡортостан Республикаһы Башлығының махсус бланкында ғына сығарылған хаттарға һәм башҡа документтарға ҡул ҡуя. Чаттарҙа таратылған хат Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең бланкында яҙылған. Икенсенән, Фаил Алсынов* эше буйынса апелляцияны тәфтиш комитеты түгел, ә суд ҡарай. * - Алсынов Фаил Фәттәх улы Росфинмониторинг тарафынан террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән. Фото: zovzemli.ru