Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ике яҡтың да ҡыҙыҡһыныуы көслө

Башҡортостандың 74 компанияһы Ҡаҙағстанға бизнес-миссия сиктәрендә үткәрелгән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашты. Улар – нефть химияһы тармағы, агросәнәғәт комплексы, машиналар эшләү һәм төҙөлөш өлкәһе предприятиелары һәм башҡалар. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Ҡаҙағстан Республикаһының сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Канат Шарлапаев сәләмләне. Андрей Назаров Ҡаҙағстан Республикаһы премьер-министры Әлихан Смаилов менән осрашыу хаҡында һөйләне, унда дәүләт кимәлендә хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр тикшерелгән. Ҡаҙағстан президенты Ҡасим-Жомарта Токаев менән диалог ике республиканың мөнәсәбәттәренең етди булыуын раҫланы һәм хеҙмәттәшлек өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр бирә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хөкүмәт Рәйесе. Ҡаҙағстан Республикаһынан В2В-һөйләшеүҙәрендә 145 компания ҡатнашҡан, бөтәһе 280 осрашыу үткәрелгән. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru