24 ғинуарҙа Астанала Башҡортостандың рәсми делегацияһының Ҡаҙағстанға бизнес-миссияһы сиктәрендә хеҙмәттәшлек буйынса эшсе төркөмдөң ултырышы уҙҙы. Сараны асып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, ике республиканың етәкселәре йәлеп ителеүе күп кенә көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе тиҙләтергә мөмкинлек бирә, һөҙөмтәлә был үҙ-ара тауар әйләнешендә һәм инвестицияларҙа ыңғай сағыла, тип билдәләне. Мәҫәлән, 2022-2023 йылдарҙа Башҡортостан экспортерҙары Ҡаҙағстан бизнесы менән яҡынса 1,4 миллиард һумға контракт төҙөнө. - Беҙ төрлө масштабтағы компанияларҙың партнер ил территорияһына «инә» алыуына һәм шул уҡ ваҡытта беҙҙең ярҙамды тойоуына булышлыҡ итәбеҙ. Беҙҙең хеҙмәттәшлектең ҡеүәте ғәйәт ҙур һәм уны тормошҡа ашырыуҙың емештәрен күреү бик күңелле, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров. Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ике республика араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек йомғаҡтары