Найти в Дзене

Лидерыбыҙ янында тупланабыҙ

Башҡортостандың билдәле йәмәғәтселәре, журналистар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, ябай кешеләр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты хуплап социаль селтәрҙә: #БерҙәмБашҡортостан #МинРадийХәбировМенән #ЯZаХабирова #ZаЕдиныйБашкортостан, тигән хэштегтар менән постар ҡуя башланы. Бының ни өсөн эшләнгәне һәр кемгә аңлашыла: йәмғиәтебеҙҙә тотороҡлоҡ, берҙәмлек кәрәк. Ә быға тик көслө лидер менән генә өлгәшергә мөмкин. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре. Билдәле яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин түбәндәгеләрҙе әйтте: “Рәсәй биш тиҫтәнән ашыу ил берләшмәһе менән һуғыш алып барғанда, үҙ йортобоҙ эсендә ғауғалашып ятыу оло гонаһ. Ил менән ҡара көн дә байрам булыр, ти башҡорт мәҡәле. Бөгөн ысын мәғәнәһендә яу барған мәлдә халыҡ, икеләнеү-шикләнеүҙәр кәртәһен емереп, дөрөҫ юлға төштө, берләште, егеттәребеҙ яу ҡырында ҡаһармандарса һуғышһа, бында тыуған ерҙәребеҙ ҡырында, ҡул, йөрәк йылыларын һалып, һәр кем яугирҙәребеҙ, илебеҙ иңенә иңен терәй. Осҡон сығарыр өсөн саҡматаштың булыуы шарт. Ним

Башҡортостандың билдәле йәмәғәтселәре, журналистар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, ябай кешеләр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты хуплап социаль селтәрҙә: #БерҙәмБашҡортостан #МинРадийХәбировМенән #ЯZаХабирова #ZаЕдиныйБашкортостан, тигән хэштегтар менән постар ҡуя башланы. Бының ни өсөн эшләнгәне һәр кемгә аңлашыла: йәмғиәтебеҙҙә тотороҡлоҡ, берҙәмлек кәрәк. Ә быға тик көслө лидер менән генә өлгәшергә мөмкин. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре. Билдәле яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин түбәндәгеләрҙе әйтте: “Рәсәй биш тиҫтәнән ашыу ил берләшмәһе менән һуғыш алып барғанда, үҙ йортобоҙ эсендә ғауғалашып ятыу оло гонаһ. Ил менән ҡара көн дә байрам булыр, ти башҡорт мәҡәле. Бөгөн ысын мәғәнәһендә яу барған мәлдә халыҡ, икеләнеү-шикләнеүҙәр кәртәһен емереп, дөрөҫ юлға төштө, берләште, егеттәребеҙ яу ҡырында ҡаһармандарса һуғышһа, бында тыуған ерҙәребеҙ ҡырында, ҡул, йөрәк йылыларын һалып, һәр кем яугирҙәребеҙ, илебеҙ иңенә иңен терәй. Осҡон сығарыр өсөн саҡматаштың булыуы шарт. Нимә менән һуҡһаң да, ҡомташ осҡон сәсрәтмәйәсәк. Уйланайыҡ был хаҡта! Көсөргәнешле мәлдәрҙә лә көслө рухы һынманы, аныҡ ҡарашы буталманы Башлыҡтың. Ниндәй генә болғаныштар кисерһәк тә, ниндәй генә буталсыҡ уйҙарҙан уйылһаҡ та, бөгөн беҙгә Башлығыбыҙ Радий Хәбиров янына тупланырға кәрәк. Минең холҡомда һис ҡасан ярамһаҡланыу, ялағайланыу кеүек сифат булманы, булмаясаҡ та. Оҙаҡ уйланған, булған ваҡиғаларҙы күңел-зиһен иләгенән үткәргәндән һуң, әйтер һүҙемде шулай тип белдерәм: илебеҙҙе лә, телебеҙҙе лә, халҡыбыҙҙы ла, илемде яҡлайым тип яуға баҫҡан батырҙарыбыҙҙы ла, бында оран һалып “аҙашҡан” аҫыл улдарыбыҙҙы һаҡлайыҡ тиһәк, Башлыҡтың фиҙаҡәр хеҙмәтенә, зирәк аҡылына ышанайыҡ, уның янына тупланайыҡ, Радий Фәрит улы менән бергә Башҡортостаныбыҙҙың яҡты киләсәгенә барайыҡ. Ҡасан үҙебеҙҙең башҡорт дилбегәне ҡулға алыр икән тип, уның Мәскәүҙән ҡайтыуын көтөп алдыҡ түгелме һуң?! Етәксенең халыҡҡа булған таҙа мөхәббәтен, кешеләргә булған ихлас мөнәсәбәтен күреп, ҡайһы берәүҙәр шашып та киткән кеүек булып китә ҡайһы саҡта. Атаһының мыйығы менән уйнаған бала һуңынан илай торған, ихтирам һәм хөрмәт менән ҡарайыҡ республика Башлығына, уның янында бар тармаҡта ла Еңеү байраҡтарын болғайыҡ!” Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов та Радий Хәбиров яҡлы. “Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республикабыҙ үҫеше өсөн башҡарған эштәре – баһалап бөткөһөҙ. Һуңғы йылдарҙа төбәгебеҙ күҙгә күренерлек итеп үҙгәрештәр кисерҙе: бихисап мәктәптәр, дауаханалар, мәҙәниәт усаҡтары ҡалҡып сыҡты. Бығаса иғтибарҙан ситтә ҡалып килгән райондарға ҙур иғтибар бүленде. Халҡыбыҙҙың бай тарихын күрһәткән музейҙар, ил халҡын көнләштерерлек һәйкәлдәр төҙөлдө... Генерал Шайморатовты Герой итеп күтәреүе генә беҙҙең өсөн ниндәй ғорурлыҡ! Мәҙәниәтебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә, тарихыбыҙға ни тиклем иғтибар бүленә. Ошондай эшмәкәрлеге менән Радий Фәрит улының исеме Башҡортостан тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылды. Шуға ла уны халыҡ ярата, яҡын күрә, уның менән һәр осрашыу үҙе бер байрамға әүерелә. Әлеге ваҡыттағы сетерекле хәл беҙҙең республиканы бер нисек тә биҙәмәй. Ситтән күҙәтеп торғандар эстән ҡыуанып, ҡотортоп ҡына торасаҡ. Беҙгә ошондай мәлдә берҙәм, хискә бирелмәй, һалҡын ҡарашлы булыр кәрәк. Билдәле: башҡорттар ҡыҙыу халыҡ, милли рух беҙҙә көслө. Көсөбөҙҙө дөрөҫ яҡҡа йүнәлтәйек. Беҙгә Республика Башлығы Радий Хәбировҡа теләктәш, терәк-таяныс булыр кәрәк. Уның Башҡортостан өсөн эшләгән бихисап изгелектәрен оноторға ярамай”. "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Кирәева былай тип яҙҙы: “Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ һәр ваҡыт халыҡтар дуҫлығы, милләттәр берҙәмлеге менән көслө булды. Ошо берҙәмлекте бөгөнгө көндә лә һаҡлап ҡалыуға күп көс һалған республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың эшмәкәрлеген тулыһынса хуплайым. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!” Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһы директоры, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов: “Беҙҙә, башҡорттарҙа, ғәҙҙеллек тойғоһо ныҡ көслө. Шул уҡ ваҡытта, беҙҙең халыҡҡа ярҙамсыллыҡ һәм ауыр ваҡыттарҙа иңгә-иң терәп һынауҙарҙы ҡаршы алыуы ла хас. Был сифаттар һәр кеше өсөн мөһим, ләкин беҙҙең илебеҙҙе һәм республикабыҙҙы эстән емерергә тырышҡандар нәҡ шул сифаттарға баҫым эшләйҙәр. Илебеҙҙең Президенты Владимир Владимирович Путин ҡасандыр Башҡортостандың күп милләтле төбәк булғанын күҙ уңында тотоп: «Башҡортостанда һыу тамсыһында кеүек бөтә Рәсәй сағыла», - тип әйткән ине. Ысынлап та, беҙҙең республикабыҙ һәр ваҡыт күп милләтле халҡының татыулығы менән дан тотто, һәм бөгөнгө ауыр заманда ошо татыулыҡты һаҡлап ҡалыу бик мөһим. Бөгөн көслө етәксе, республикабыҙҙың Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың эргәһендә берләшеп илебеҙ, тыуған еребеҙҙең матур киләсәген һәм уңыштарын ҡулға -ҡул тотоноп ҡына булдыра алабыҙ”, – тип яҙҙы. “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәрирре Артур Дәүләтбәков: “Декабрь айында махсус хәрби операция барған ерҙәрҙә булып, Башҡортостандан унда ҡатнашҡан егеттәр менән осрашып, уларҙың тормошо менән яҡындан танышып ҡайтырға яҙҙы. Унда республикабыҙҙың ниндәй генә милләте юҡ! Башҡорт, урыҫ, татар, удмурт, мари, сыуаш, хатта украин егеттәре бер булып илебеҙҙе яңы фашистарҙан азат итә. Шуныһы – беҙҙең батальонда хеҙмәт иткәндәр барыһы ла башҡорт булып һанала, башҡорттоң данын арттырыуға үҙ өлөшөн индерә. Ялға ҡайтҡандарҙан һораһаң, барыһы ла иң тәүҙә республика етәкселегенә, Башлығыбыҙ Радий Фәрит улына рәхмәтен еткерергә ашыға. Ә командировка мәлендә уларҙың һүҙе бушҡа булмауына инандым. Тап Радий Хәбиров һәр ваҡыт унда барырға, егеттәребеҙе мораль яҡтан дәртләндерергә тырыша. “Хатта эсәр һыу менән Башҡортостан тәьмин итә, һәр саҡ тыуған яҡтың ярҙамын тоябыҙ”, – ти яугирҙәр. Тап ошондай ҡатмарлы мәлдә беҙ буласаҡ еңеү өсөн тағы ла нығыраҡ берләшергә, туғандарыбыҙ, уландарыбыҙ тиҙерәк еңеп ҡайтһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ. Бына шулай, туғандар, әйҙәгеҙ, булғандың ҡәҙерен беләйек, татыу, дуҫ йәшәйек!” Иғтибарығыҙға тағы бер пост. Уны инде ике йыл Мәскәүҙә йәшәгән Айгөл Үтәгәнова яҙа. Ул - Башҡортостанда туризмды үҫтереү, ҙур поекттар ҡуйыу менә шөғөлләнгән кеше. “Мин дә Радий Фәрит улын хуплап пост яҙам. Минән быны эшләүҙе бер кем дә һораманы, мин инде ике йыл Башҡортостанда йәшәмәйем. Ул миңә оҡшай, шуның өсөн генә. 2018 йылдың 11 октябрен дә иҫләйем. Байрам – байрам түгел. Ысынлап та, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Һеҙ быны нисек онота алаһығыҙ? Бына, ошо ҡараңғы осорҙа, беҙ ысынлап та баҫылған һәм төшөнкөлөккә бирелгән инек. Милләтеңде алға сығарыу, күрһәтеү ярамай ине. Мәктәптәр ябыла. Башҡорт теле бер кемгә лә кәрәкмәй. Республика көнө байрамы ла йүнләп булманы! Хатта исем өсөн ҡотһоҙ ғына концерт та юҡ. Әйтерһең, ҡапыл үҙ мәҙәниәтеңә һөйөүҙе тыйҙылар ҙа оятһыҙ төш һымаҡ оноторға ҡуштылар. Бына шундай мөхит булды беҙҙә. Һуңынан һауала ниҙер ҡырҡа үҙгәрә башланы. Яңылыҡтарҙы ла ҡарамайым, өйҙә йөрөйөм, йыйыштырам. Таныштар шылтырата. Улар трубкаға ҡысҡыра: яңылыҡтарҙы ҡабыҙ. Ә яңылыҡтарҙа: “Өфөгә Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы булып ҡайта”, халыҡ тарафынан хөрмәтләнә, үҙебеҙҙең, туған кешебеҙ. Байрам булды беҙҙең өсөн... Һуңынан “беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ”, “Алға, Башҡортостан!”. Биш йыл эсендә шундай алға китеш күҙәтелә. Бер генә тармаҡты алһаҡ та – эске туризм нисек ҡеүәтле үҫеште! Республикаға күпме аҡса һалына, ситтән инвестициялар йәлеп ителә, етди объекттар төҙөлә һәм башҡалар. Бәлки, күптәр аңлап етмәйҙер, республикабыҙ башҡаларға ҡарағанда күпмегә яҡшыраҡ үҫешкәнен. Йөрөргә, сағыштырырға кәрәк. Беҙҙе хәҙер Мәскәүҙә Бүрәт Республикаһы менән бутамайҙар – беләләр. Әлегә беҙҙә яҡшыраҡ етәксе булғаны юҡ тип уйлайым. Һау-сәләмәт булығыҙ, Радий Хәбиров!” – тип яҙҙы. Йәш эшҡыуар, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, тәүге көндәрҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам иткән Тимерғәле Ураҙғоловтың посы ла иғтибарға лайыҡ. “Һуңғы биш көндә МХО биләмәһендә булдым, ҡапыл ғына сығып китергә тура килде. Ҡорамалдар: тепловизорҙар, квадрокоптерҙар, рациялар алып барҙым. Яугирҙәргә уларҙы мөмкин тиклем тиҙерәк алып барыу мөһим ине. Тәүге көндә үк унда мине генә түгел, егеттәрҙе лә республиканан яңылыҡтар тулҡынландырҙы. Фронтта кешеләрҙе милләтенә һәм диненә ҡарап бүлмәйҙәр. Унда һәммәһе лә бер маҡсат – тыныслыҡ һәм еңеү менән берләшкән! Республикалағы ваҡиғалар яугирҙәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Гуманитар йөк күләме шул тиклем күп, бер төбәк тә беҙҙеке кеүек яугирҙәре хаҡында хәстәрлек күрмәй. Радий Хәбировтың башланғысы буйынса, Ирекмәндәр штабы һәм битараф булмаған кешеләр эше менән 100-ҙән ашыу гуманитар конвой ойошторолдо һәм оҙатылды. Халҡыбыҙ өсөн яуаплылыҡ, хәстәрлек – быларҙың барыһын да республика яугирҙәре тоя. Башҡортостан Башлығы, яҡташтары тураһында атайҙарса хәстәрлек күреүҙе күрһәтеп, һуғыш барған урындарҙа күп тапҡыр булды. Дуҫтар беҙҙең дошман хәйләкәр. Тик улар алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙе һындыра алмағас, эстән эш итә башлайҙар. Был ҡурҡынысыраҡ. Кәңәшле ил тарҡалмаҫ, ти халыҡ мәҡәле. Беҙҙе талаштырырга теләүселәр күп булыр. Тик башҡорт башҡортҡа дошман булмаҫ. Берҙәм булайыҡ, дуҫтар”, – тип яҙҙы ул. Һәм бындай кешеләр бик күп. Уларҙың барыһы ла берҙәмлекте, тыныслыҡты һаҡлай һәм яҡлай. Социаль селтәрҙәргә инеп үҙегеҙ ошо хештегтарҙы ҡуйып ҡарағыҙ һәм барыһын да күрерһегеҙ. Яҙған кешеләр араһында ябай халыҡ күпселекте тәшкил итә. Тимәк улар үҙенең лидерына ышана һәм хуплай. Берҙәм булайыҡ дуҫтар! Фото: "Бәйләнештә".