Табиптар операция өҫтәлендә нисек кенә тырышһа ла, уны юғалта барыуҙарын һиҙҙе. Бына йөрәк тә тибеүҙән туҡтаны. Ни эшләргә? Тәжрибәле хирургтар бындай саҡта мөғжизә булмаҫын белә ине, әлбиттә. Ә шулай ҙа... “Дефибриллятор! Разряд!” Был тауыштарҙы теге донъяға бер аяғы менән баҫҡан Ғәзим ни өсөндөр ап-асыҡ ишетә ине. Тик бына ауыртыуы... Уй, ҡалай ныҡ ауырта!.. Ул, шул ауыртыуҙы баҫырға теләп туҡтаны һәм аллея ситенләге эскәмйәгә ултырырға булды. Бәлки, тынысланыр йөрәге, шунан тағы атлар. Һуңлай бит... Уф, тын алып та булмай ҙаһа... Әйтерһең, йөрәгенең уртаһына ҡыҙҙырылған тимер таяҡ инә... Юҡ, йөрәк кенә түгел, ахырыһы, тәненең һәр күҙәнәге сәнсә кеүек... Ул, бөтә күкрәген тултырып, тәрән итеп тын алырға уҡталды. Шул саҡ бөтә тирә-яҡ ситкә әйләнеп китте лә, асфальт һуҡмаҡ уға килеп бәрелде... Ерҙә ятҡанда эргәһендә кешеләр туҡтағанын, кемдеңдер “Ашығыс ярҙам”ға шылтырытҡанын да ишетте, буғай... Туҡта! Уны бынан һуң дауаханаға алып килделәр түгелме? Операция өҫтәленә килтереп һалдылар ҙа баһа... Ә ни эшләп ул һаман ошо аллеяла ята?! Шул мәлдә ауыртыуы ҡайҙалыр юғала башланы... Бәй... Ғәзимгә ҡайҙандыр яҡты төшкән кеүек. Эйе, ул көсәйә һәм киңәйә бара... Тик ул хирургик өҫтәл өҫтөндәге прожектор түгел, сөнки шундай йылы һәм сағыу. Күңелгә ниндәйҙер аңлатып булмаҫлыҡ һиллек тә бирә һымаҡ. Ҡайҙан төшкәне лә аңлашылмай. Тап ошо секундтарҙа ул үҙенә табан ҙур йомғаҡты хәтерләткән бер шәүлә яҡынлашҡанын шәйләне... Ҡуйы томан бит, яҡшылап күрерлек түгел. Тағы бер секундтан Ғәзимдең йөрәге дарҫлап ҡуйҙы: таныны шәүләне – Аҡтүш бит! Күптән күреү мөмкинлеге булмаһа ла, уйынан һис тә сыҡмаған тоғро эте... Аҡтүш, ҙур йомшаҡ тәпәйҙәре менән һаҡ ҡына баҫып, Ғәзимгә яҡынлаша ине. – Һаумы, хужам, – тине ул, ғәҙәтенсә, ҙур күҙҙәре менән тултырып ҡарап. – Аҡтүш, нисек таптың мине? Беҙ әле ҡайҙа? Бәй, һин бит күптән... Туҡта, Аҡтүш, һин кеше һымаҡ һөйләшә алаһыңмы ни? Ә-ә, был төшмө ни? – Юҡ, төш түгел, хужам, – тип башын сайҡаны овчарка. – Беҙ фәҡәт бер-беребеҙҙе һөйләшкән һымаҡ итеп аңлайбыҙ. Бында бөтәһе лә шулай итә. – Бында? – шулай тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды Ғәзим. – Тимәк, мин дә... Һинең һымаҡ... – Эйе, хужам, – тип башын эйҙе Аҡтүш. – Был донъяға ярты юлдаһың. Ғәзим ни ҙә булһа әйтерлек һәм һорашырлыҡ хәлдә түгел ине. Әйтерһең дә телен дә, аяҡ-ҡулдарын да бәйләп ҡуйғандар. – Эйе, был донъяға яҡынлашаһың, – тип дауам итте эт. – Ә мин инде күптән үлгәнмен, әле йәнемде генә күрәһең. Шуға кинәт таный алмауың ғәжәп түгел. Хәтерләйһеңме: мин ныҡ ҡартайғас, ана теге алыҫта күренеп ятҡан урман юлында һин машинанан ырғытып киттең. Хәтерләмәй буламы һуң, Ғәзим был мәлде нисәмә тапҡыр төшөндә күреп уянды, һуңынан һәр ваҡыт йоҡлай алмай ята ине. Көндөҙ ҙә, ошо ҡурҡыныс ваҡиғаны иҫенә алып, нимәлер алҡымына тығылған кеүек була. Хыянат! Башҡаса нисек атайһың. – Һеҙҙең ихатала йәшәгән һуңғы йылымда һин миңә һәр саҡ асыуланыр булып киттең, – тине Аҡтүш. – Ҡарт эт күҙәһен һөйрәтеп тигәндәй йөрөй, һәр саҡ аяҡ аҫтында бутала, тиҙ генә ситкә тайшана ла алмай бит. Ашағанда ла оя тирәһенә түгеп-сәсеп, бысратып бөтәм. Хатта өрөүем дә һиңә оҡшамай башланы. Ә мин, хужаларҙың күңелен күрәйем тип, йышыраҡ өрөргә тырышам. Был һине оторо ярһыта ине. Бер саҡ, ни сәбәп менәндер ҡыҙып киткән сағыңда, мине күреп ҡалдың да машинаның багажнигына тыңҡыслап тигәндәй һалдың һәм беҙ йәшәгән ҡасабанан ситкә алып киттең. Юлда туҡтап ырғытҡас, мин күреп торҙом: һин ҙур тиҙлектә китеп барҙың һәм артыңа боролоп та ҡараманың... Эттәр кешегә ҡарағанда тиҙерәк ҡартая шул, мин быға ғәйепле түгел бит. – Аҡтүш... Мин һине кемдер үҙенә алыр тип уйлағайным бит... – Үҙеңде алдаштырма инде, хужам. Ҡарт этте кем алып ҡайтһын. Һин шулай тип тынысланырға, үҙеңде нисек тә булһа аҡларға тырышҡанһың, ахыры. Ә мин бер аҙ артыңдан сабып барҙым, тик тиҙ арала хәлем бөттө. Артабан эҙҙе тамам юғалттым. Еҫте һиҙмәй башлауым, тәпәйҙәрҙең ауыртыуы ла килгән юлды табыу мөмкинлегенән мәхрүм итте. Шунан мин, хужам бер-ике көндән тынысланыр ҙа кире килеп алыр тип, ошо уҡ урынға ҡабат килдем һәм кине көтә башланым. Эт, көрһөнгән һымаҡ итте лә, үләнгә ятып алды. Ғәзим дә тәрән көрһөнөп ҡуйҙы. Тәне ауыртмай кеүек, ә тоғро дуҫы алдында уңайһыҙланыуҙан йәне әрней ине. – Аҡтүшеңде юҡһынырһың да мотлаҡ килеп алырһың тип өмөт иттем, – тине эт, хужаһының йөҙөнә табан күтәрелеп ҡарап. – Мин һине ныҡ ярата инем бит. Башҡа бер эт тә хужаһын улай яратмағандыр ул. Һин унда минһеҙ нисек йәшәй икән тигән уй тынғы бирмәне. Кем иртән тәпешкәйеңде алып килеп бирә, кем һине ялап уята икән... Һиңә моңһоу ваҡытта кем эргәңдә шым ғына ултыралыр хәҙер... – Ә урманда нисек итеп... Аҙыҡ таба алдыңмы һуң? – тип һорарға батырсылыҡ итте Аҡтүштең хужаһы. – Ҡуян баҫтырып тоторға хәлең булдымы, тип һорарға итәһеңме? Юҡ, әлбиттә. Уларҙың эҙҙәренә төшөргә кәрәк бит әле тәүҙә, ә минең күҙҙәр һәм еҫ һиҙеүҙән туҡтаған морон менән бер нисек тә булмай... Ҡыҫҡаһы, һине көттөм, ә һин юҡ та юҡ, бер килке шулай йөрөй торғас, мине бер машина бәрҙереп китте. Шунда уҡ үлмәнем, ике көн самаһы шул тапалған соҡоромда яттым. Һуңғы һулышыма һыуыҡ күләүек кенә шаһит. Фани донъянан бына-бына китәм тигән минуттарҙа, беләһеңме, ниндәй иң ҙур теләгем булды: һине күрергә, тауышыңды ишетергә һәм тубыҡтарыңа башымды һалып йән бирергә. Бер туҡтауһыҙ аҡҡан күҙ йәштәрен еңе менән һөртөп, Ғәзим этенең башынан һыйпарға ҡулын һуҙҙы. Тик Аҡтүштең кәүҙәһенә ҡағылыуҙы һиҙмәне. Төтөндө йәки томан эсен һыйпаған һымаҡ... Аҡтүш тороп баҫты ла ҡайҙалыр ситкә ымланы. – Беләһеңме, унда минең кеүек етем ҡалған эттәр бихисап күп. Ҡайһыһын хужаһы шулай урманда ырғытып киткән, ҡайһы берҙәрен ҡыш алдынан дачанан фатирға алып ҡайтмағандар һәм улар астан үлгән, бәғзеләре ҡыҙыҡ өсөн атып үлтерелгән... Һеҙ, кешеләр, йыш ҡына аяуһыҙ булыһығыҙ һәм бының өсөн түләргә тура киләсәге башығыҙға ла инеп сыҡмай, ахыры... Ғәзим эттең алдына тубыҡланды, тәнен тағы ла ҡаты ауыртыу сәнсеп алғандай булды. Хәҙер йәне лә, тәне лә һыҙлана ине. Ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, үкһеп иларға тотондо. – Ғәфү ит мине, Аҡтүшкәйем!.. Аңлайым, мин ғәфү ителергә лайыҡлы түгел хәҙер. Тик эттәр, ни тиклем ауыр булһа ла, ғәфү итә белә бит. – Мин һине ғәфү иттем инде... – тине Аҡтүш шым ғына. – Ә һиңә был донъяға күсергә иртәрәк әле. Йәшә! Мин һине ярлыҡауҙарын һорармын. Хәҙер илап алһаң да була, сөнки күҙ йәштәрең тәүбәгә килеүҙе аңлатасаҡ. Ярай, бәхилләшәйек, хужам... Эт Ғәзимде яңағынан ялап алды. Теленең ҡағылғаны һиҙелмәне, ләкин ошо яңағына йылы булып китте... – Туҡтағыҙ әле! – тип ҡысҡырҙы һаман операция өҫтәле янында торған шәфҡәт туташы, битлектәрен һалып төшөнкө кәйефтә бүлмәнән сығырға ыңғайлаған хирургтарға. – Уның күҙҙәренән йәш сыҡты... Илай... Тере бит! – Адреналин ҡаҙа тиҙ генә! – шул мәлдә үк йәһәт кире боролған хирургтың тауышы яңғыраны. – Дефибриллятор ҡуйығыҙ! Разряд! Монитор экранындағы тура һыҙыҡ сайҡалып ҡуйҙы ла, ҡыҫҡа интерваллы зигзагтар яһарға тотондо, артабан был дуғалар киңәйә һәм йышая төштө... Бер айҙан Ғәзим дауахана тупһаһында баҫып тора ине инде. Ул тере! Әле барған көҙгө быҫҡаҡ ямғыр ҙа уға тәбиғәттең иҫ киткес гүзәл һәм туҡтамай һоҡланырлыҡ миҙгеле булып күренде. Шуныһы ғәжәп: операциянан һуң үткән ошо ваҡыт эсендә Аҡтүш бер тапҡыр ҙа уның төшөнә инмәне. Табиптар өсөн дә ғәжәпләнерлек сәбәп бар ине – улар Ғәзимдең һауығыуын мөғжизә тип иҫәпләй. “Тоғро этем Аҡтүш унда китергә иртәрәк әле, йәшә”, – тине бит”. Шундай уйҙар менән ҡайтыр яҡҡа табан атлағанда ул ҡаршыһына бер йөнтәҫ аҡ көсөктөң йүгереп килгәнен күрҙе. Үҙе ямғырҙа ныҡ ҡына күшеккән бахыр, тышҡы ҡиәфәтенә ҡарағанда эйәһеҙ эткә оҡшаған. Ғәзим уны эйелеп алды ла, пальтоһының өҫкө төймәһен ысҡындырып, башы ғына күренерлек итеп ҡуйынына тыҡты. – Әйҙә, өйгә ҡайтайыҡ, Аҡтүш... *Был хикәйә яратҡан этем Тайфундың (фотола) беҙҙе мәңгелеккә ташлап китеүенә биш йыл тулыуға арнала. Ул беҙҙә 12 йыл йәшәне һәм, аяғындағы гангрена менән оҙаҡ сирләгәндән һуң, ояһы янында йомарланып ҡына ятып күҙҙәрен йомдо. Ветеринарҙың тырышлығы ярҙам итмәне... Автор фотоһы.