Республикала 3 мең ярымдан ашыу һайлау участкаһы эшләйәсәк
Республикала Рәсәй Президентын һайлау барышында 3 мең ярымдан ашыу һайлау участкаһы эшләйәсәк. Һәр береһендә кәмендә өс күҙәтеүсе буласаҡ. Әле улар йәмәғәт палатаһы штабында курсттар үтә. Ҡайһы бер райондарҙа йәмәғәт күҙәтеүселәре ноябрь айында уҡ уҡыуҙар башлаған. Күбеһе сәйәси кампаниялар барышында эшләгән тәжрибәле белгестәр. Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлау кампанияһы барышында тауыш биреү участкаларына 10 меңгә яҡын бойондороҡһоҙ күҙәтеүсе йәлеп ителәсәк. Табиптар, уҡытыусылар, студенттар, ауыл эшсәндәре һәм башҡа һөнәр эйәләре бойондороҡһоҙ рәүештә тауыш биреүҙе күҙәтеп барасаҡ.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».