Дәүләттән бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамға кемдәр хоҡуҡлы? Башҡортостанда 2023 йылда биш меңдән ашыу эшһеҙ үҙ эшен асыу өсөн дәүләттән бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙам алған. Быйыл был маҡсатҡа 675 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә, уның 567 миллион һумы дәүләт ҡаҙнаһынан. Ярҙам кемдәргә тәғәйенләнгән һәм уны алыу үҙенсәлектәре тураһында хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова сюжетында. «Өфө» мотоклубы 7 йыл элек ойошторола. Спорт һөйөүселәрҙе һауа торошоноң көйһөҙләнеп тороуы һис кенә лә ҡурҡытмай. Мотоклубҡа нигеҙ һалыусы Кирилл Кириллов теләгән һәр кемде мотоциклда йөрөргә өйрәтә ала. Уның тәжрибәһен баһалап, дәрес алыу өсөн илдең төрлө төбәктәренән халыҡ ағыла был мотоклубҡа. Клубта әле 150-нән ашыу кеше мотоциклда йөрөү серҙәренә төшөнә. Яратҡан шөғөлөн бизнес-проектҡа әйләндереү хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Кирилл, социаль контракт нигеҙендә, адреслы ярҙамға ғариза бирә. Кәрәкле документтарҙы йыйып, бизнес план төҙөгәс, үҙ эшенә 350 мең һум аҡса ала һәм үҫмерҙәр өсөн мотоциклдар һа
Дәүләттән бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамға кемдәр хоҡуҡлы?
24 января 202424 янв 2024
1 мин