Эх, быймаһы
Беҙҙең төбәккә хас сатлама һыуыҡҡа бирешмәҫкә тик үҙебеҙҙең илгә хас аяҡ кейеме генә ярҙам итә. Рәсәйҙең төрлө өлкәләрендә төрлөсә аталған быйма йәнә модала. Ауыл ерендә уға алмаш булмауы бәхәсһеҙ, ололар уны иң зиннәтле бүләк, тип ҡабул итә, ә ижади кешеләр илһам сығанағы, тип күрә. Сатлама һыуыҡта быймаға еткәне юҡ. Баҙарҙа уға ихтыяж ҙур. Быйманың кәмселеге берәү генә — уны епшектә кейеп булмай. Табаны сыланмаһын өсөн резина йә силикон галуштар иһә ҡупшы ҡиәфәтенә зарар килтерә. Әммә был үҙенсәлекле аяҡ кейеменең һуғышта еңеү яуларға, төнъяҡтағы ерҙәрҙе үҙләштерергә индергән өлөшөн хәтергә төшөрөп, халыҡ мәнфәғәттәре һағында торған бихисап хеҙмәт вәкилдәренең ҡышҡы махсус кейем өлгөһө булыуын иҫәпкә алғанда быйманы, ысынлап та, йырлап маҡтау теләге тыуа.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».