Найти в Дзене

Һунарсыға бағышланды

“Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашҡан Белорет районының Инйәр ауылы биләмәһенә ҡараған Манышты ауылында милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса һунарсы Бигарслан Солтанов исемендәге республика турниры уҙғарылды. Был сара инде икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Турнирҙың төп маҡсаты: үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләү; һунарсы Бигарслан Солтановтың хәтерен мәңгеләштереү; тыуған яҡ тарихын өйрәнеүҙе йәнләндереү; милли һәм этник спорт төрҙәрен үҫтереү; граждандарҙы спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм айыҡ һәм әүҙем сәләмәт йәшәү рәүешен таратыу. Былтыр был сарала 40 кеше ҡатнашһа, быйыл 71 кеше үҙен ҡышҡы уйында һынап ҡараны. Әйткәндәй, турнирҙа ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киңәйгән, бында урындағы халыҡ ҡына түгел, ә Ауырғазы, Баймаҡ, Бөрйән, Учалы, Өфө райондарынан да килгәндәр. Көн йылы, ҡояшлы булды. Бар уйынсылар ауылдың Ҡәрләгән тип аталған урынына йыйылды. Турнирҙың баш судьяһы итеп белореттар яҡташтарын – “Торатау” конгресс-холы директоры урынбаҫары Ранис

“Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашҡан Белорет районының Инйәр ауылы биләмәһенә ҡараған Манышты ауылында милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса һунарсы Бигарслан Солтанов исемендәге республика турниры уҙғарылды. Был сара инде икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Турнирҙың төп маҡсаты: үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләү; һунарсы Бигарслан Солтановтың хәтерен мәңгеләштереү; тыуған яҡ тарихын өйрәнеүҙе йәнләндереү; милли һәм этник спорт төрҙәрен үҫтереү; граждандарҙы спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм айыҡ һәм әүҙем сәләмәт йәшәү рәүешен таратыу. Былтыр был сарала 40 кеше ҡатнашһа, быйыл 71 кеше үҙен ҡышҡы уйында һынап ҡараны. Әйткәндәй, турнирҙа ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киңәйгән, бында урындағы халыҡ ҡына түгел, ә Ауырғазы, Баймаҡ, Бөрйән, Учалы, Өфө райондарынан да килгәндәр. Көн йылы, ҡояшлы булды. Бар уйынсылар ауылдың Ҡәрләгән тип аталған урынына йыйылды. Турнирҙың баш судьяһы итеп белореттар яҡташтарын – “Торатау” конгресс-холы директоры урынбаҫары Ранис Алтынбаевты саҡырған. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратынан бүлек мөдире Азамат Хызыров, Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙилов, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллин, “Башҡортостан” гәзитенең бүлек мөдире Рәмилә Мусина, Белорет район хакимиәте башлығы урынбаҫары Кирилл Егупов, район Советы секретары Альберт Азаматов ҡатнашты. Һәр ҡатнашыусыға Почет грамоталары тапшырылды. Бөтә балалар ҙа иҫтәлекле бүләктәр алды, шулай уҡ иң бәләкәй һәм иң өлкән спортсыны билдәләп киттеләр. Артабан РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, ул етәкләгән “Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары һәм башҡа меценаттар һатып алған бүләктәр ҙә турнир еңеүселәренә тапшырылды. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина исеменән Совет ағзаһы Рәмилә Мусина тәрбрикләне һәм ауылдың өлгөлө ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, ветеран уҡытыусы Рима Ғимаҙислам ҡыҙы Таһироваға "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалы, Зәбирә Маллыбай ҡыҙы Байрамғәлинаға, Эльвира Таһир ҡыҙы Фазыловаға, Гөлшат Сабир ҡыҙы Миһрановаға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Срала ҡатнашыусылар төп ойоштороусыларҙың береһе Раян Миһрановҡа һәм әүҙем яҡташтарына, маныштыларға рәхмәт белдерҙе. – Сарала ҡатнашыусыларға, ойоштороусыларға, бағыусыларға, халыҡҡа һәм ҡунаҡтарға әүҙем тормош эшмәкәрлектәре, иҫ киткес тырышлыҡтары, маҡсатҡа ынтылышлыҡтары, оҫталыҡтары, сыҙамлыҡтары, еңеүгә ынтылыштары, ихтыяр көсө, айыҡ һәм әүҙем сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, – тине Инйәр ауыл биләмәһе башлығы Алена Күсәрбаева. Рәмилә Мусина һәм Эльвира Хәмзина фотолары.