Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Был ҡыҙ минең кәләшем буласаҡ!"

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рафиҡ ХӘСӘНОВ уҡыусыларыбыҙға театрҙа тыуҙырған образдары менән дә, “Беренсе Республика” (Ғәзиз Әлмөхәмәтов роле) һәм башҡа фильмдарҙа ҡатнашыусы булараҡ та, “Күңелле йәшәйбеҙ” проекты буйынса ла яҡшы таныш. Уның Сәфәрғәле ҡартатаһы менән Рәхимә өләсәһенең 11 балаһы булһа, уларҙың барыһы ла заманында уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Ҡайһылары Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булған. Артабанғы быуын вәкилдәре араһында ла был һөнәрҙе үҙ итәләр. Шулай ҙа уларҙың нәҫеле мәҙәниәт яғынан да һәләтле. Был йәшерәк быуында айырыуса ныҡ сағыла. Заманында Хәсәновтарҙың ғаилә ансамбле барлыҡ республиканы гөрләткән, унда хатта 70 кеше шөғөлләнгән. Республикабыҙҙа билдәле йырсылар, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, атҡаҙанған артист тигән исемдәр алыусылар булыуы менән дә данлы улар. Ана шундай абруйлы, уҡытыусы ла, йырсы ла, бейеүсе лә, ҡурайсы ла булып дан алған Хәсәновтар нәҫеленән Рафиҡ. Бәләкәй саҡта әсәһенең ҡустылары менән йышыраҡ аралашырға тура килә уға. “Атайым бер генә йәшемдә вафат булып ҡалғас, уларға арҡа терәнем. Ярҙам да иттеләр, ир-егеткә кәрәк булған етмеш ете һөнәр серенә төшөндөрөүсе лә улар ине. 7-8 генә йәшемдә ҡартатайымдың ат егергә өйрәтеүе лә файҙаға булды. “Ҡоҙаса” спектаклендә Мөхәмәтша мулланы уйнағанда, тап ҡартатайымдың образы күҙ алдымда торҙо”, – ти актер. Ролдәр тамашасы хөкөмөнә сығарылһа ла, Рафиҡтың образдарының иң тәүге тәнҡитсеһе ул – хәләл ефете Светлана. Тормош иптәше лә – сәнғәткә, мәҙәниәткә мөкиббән ғашиҡ кеше. Уның нәҫеле лә уҡытыусыларға, сәнғәт оҫталарына бай. Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән ата-әсәһенә ҡарап Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә. Мәктәптә, юғары уҡыу йортонда 10 йыл уҡыта. Һуңғы 15 йылда хеҙмәт юлын мәҙәниәт менән бәйләй. Әле Ишембай район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә эшләй. -Уҡытыусы һөнәренә һөйөү йөрәгемә бәләкәйҙән һалынған, сөнки мин уҡытыусылар ғаиләһендә тыуғанмын. Әсәйем - Фәриҙә Исхаҡ ҡыҙы Ишембай районының Һайран урта мәктәбен тамамлаған. Атайым - Фәрғәт Әнүәр улы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм булды, ул да шәп уҡытыусы ине – башҡорт һәм рус телдәренән белем бирҙе, хеҙмәт дәресен дә алып барҙы. Ул да уҡытыусылар династияһынан. Олатайым Әнүәр, өләсәйем Мөнирә Бөрйән районында абруйлы уҡытыусылар булдылар, әҙәбиәтте, тарихты, башҡорт, рус, немец телдәрен өйрәткәндәр һәм икеһе лә мулла балалары булған. Өләсәйем менән олатайым һуғыштан һуңғы йылдарҙа халыҡтың наҙанлығын һәм аҙ грамоталылығын бөтөрөүгә ҙур өлөш индергән, – ти Светлана уҡытыусылар династияһы тарихына төшөп. Светлана менән Рафиҡҡа килгәндә, улар студент саҡта уҡ таныша. Уҡыуҙан һуң арып ҡайтып, Рафиҡ ятаҡтың аш бүлмәһендә киске тәғәм әҙерләп торғанында коридорҙа ике ҡыҙ күренә. Береһе килеп: “Күрше ағайҙар күренмәнеме?” – тип һорай. “Был ҡыҙ минең кәләшем буласаҡ”, – тигән уй йүгерә Рафиҡтың башынан. Ә бит улар танышып та өлгөрмәй. Был ваҡиғанан байтаҡ ваҡыт үткәс, Салауат Юлаев майҙанында байрам мәлендә генә таныша улар. Күп тә үтмәй, егет ҡыҙҙы әсәһе менән таныштыра. Туйҙы ла оҙаҡҡа һуҙмайҙар. Бөгөн улар – өс балаға атай-әсәй. Арыҫлан – Ишембай нефть колледжын тамамлап, әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтып, нефтсе булып эшләй, ҡурайҙа бик оҫта уйнай. Айсулпан ҡыҙҙары сәнғәт юлынан киткән, Стәрлетамаҡ сәнғәт колледжының хореография булегенең III курс студенты. Кинйә улдары Рамаҙанды ла телебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ихтирам менән үҫтерә Хәсәновтар. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә булып, гүзәл тәбиғәтебеҙ менән танышып, һоҡланып үткәрергә ярата ғаилә ял көндәрен. – Байрамдарҙан Яңы йылды ғаилә байрамы булғаны өсөн айырыуса ныҡ яратабыҙ. Уны балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ, атай-әсәйҙәр менән бергә ҡаршы алырға тырышабыҙ. Тормош иптәшем Ҡыш бабай, ҡыҙым Ҡарһылыу булып кейенә. Ҡыш бабай бүләктәр тарата, уйындар уйната, бик күңелле үтә. Аждаһа йылы – беҙҙең кинйәкәйебеҙ Рамаҙан улыбыҙҙың йылы. Был йылда тыуғандар һау-сәләмәт һәм көслө рухлы була. Улар бик әүҙем, тырыш, намыҫлы, алсаҡ, асыҡ, тормошто яратыусылар, – ти Светлана. Яңы йылда Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла ғаилә бәхете, ил-көн тыныслығы, һаулыҡ, ижади һәм хеҙмәт уңыштары, тыуған илебеҙгә хәйерле бәрәкәтле тормоштар насип итһен, тигән теләктәрен дә еткерҙеләр. Фото: ғаилә архивынан. Ишембай районы.