Фитотерапевт уҫаҡ менән организмды, ҡанды тулыһынса таҙартыу ысулын һөйләй. Был ағаста тәбиғи аспирин күп икән. Ул тән температураһын төшөрә, ялҡынһыныуҙы дауалай, бактерияларға һәм ревматизм сәбәптәренә ҡаршы көрәшә. Юҡҡа ғына урман йәнлектәре уҫаҡ ҡайыры кимермәй икән. Уҫаҡ кеше организмында йыйылған бөтә бактерияларға, паразиттарға ҡаршы көрәшә, инфекцияны юҡ итә. Бер-ике аҙна эсендә ашҡаҙан аҫты биҙе, үт ҡыуығы елһенеүе, эсәктәге сереп әсеү күренештәре бөтә. Бер айҙа үҙәк көйөүе үтә. Тире, бөйөрҙәр, простата биҙе, бәүел ҡыуығы таҙара. Уҫаҡ төнәтмәһе иртән һәм кис стаканлап эселә. Ул шунда уҡ бөйөрҙәрҙе йыуып сығара. Бәүел ҡыуығы ауыртыуы баҫыла. Һейҙек тәүҙә ҡуйы, ҡара булһа, яйлап асыҡлана бара. Ә ҡан өсөнсө айҙа ғына таҙара башлай. Был ваҡытта тән температураһы күтәрелеүе, хәлһеҙлек булыуы ихтимал. Ҡандағы ҡорттар, паразиттар үлгәндә шулай була. Бындай интоксикация барғанда һоло һурпаһы эсергә кәрәк. Бер ҡалаҡ уҫаҡ ҡайыры онтағын бер стакан һыуға һалып ҡайнатырға һәм бер ҡалаҡ ва