Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәрҙә былай тиеп яҙған: “Һуңғы йылдарҙа республикала онкология ауырыуҙарын асыҡлау һәм оператив дауалау яҡшыра башланы. Диагностика өсөн лаборатория хеҙмәтен үҫтерәбеҙ, онкология үҙәген һәм район амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәрен нығытабыҙ, балалар онкологияһы һәм гематологияһының яңы юғары технологиялы үҙәген астыҡ. Белемем буйынса табип булараҡ, иртә диагностика өсөн даими рәүештә диспансеризация һәм профилактик тикшереүҙәр үтергә кәрәк, тип әйтергә теләйем. Диспансеризация – ул ауырыуҙарҙы иң иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек биргән процедура. Был иһә иртәрәк дауалана башларға мөмкинлек бирә, шуға күрә тулыһынса һауығыу мөмкинлеге лә арта. Шулай уҡ маммография, колоноскопия, табип-онкологтарҙа тикшереү үтеү тураһында онотмаҫҡа кәрәк. Был хәүефте ваҡытында асыҡларға һәм иҫкәртергә мөмкинлек бирәсәк. Һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ: ул һеҙҙең өсөн дә, яҡындарығыҙ өсөн дә бик мөһим”, – тигән ул. Фото: Максим Забелин битләүенән.