Башҡортостандың Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһының төп хеҙмәткәрҙәре — инспекторҙар. Үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы сифатлы башҡарыу өсөн инспектор яуаплы, ҡыйыу булырға тейеш. Ә иң мөһиме – тәбиғәтте һәм үҙ ерҙәрен яратырға, ысын илһөйәр булыуы шарт. Был сифаттарҙың барыһы ла “Асылыкүл” тәбиғәт паркынында оҙаҡ йылдар инспектор булып эшләгән Салауат Миңлебай улы Абзаловта бар. Тәбиғәт паркында эшләүҙән тыш, ул “Өҫән-Ивановский” ботаника заказнигын да ҡарай. Тәбиғәт һағында торғандарҙың ялдары ла, байрамдарға туҡтап тын алырға ла ваҡыттары юҡ. Урында тикшереүҙәр, хайуандарҙы ашатыу буйынса биотехнологик саралар үткәреү, һунар ресурстарын даими күҙәтеү, туристарҙың ағымын көйләү һәм башҡа бихисап эштәре бар. Бынан тыш, Салауат Миңлебай улы Асылыкүлдең һайығыуы өсөн борсола һәм был күренеште туҡтатыу өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Тәбиғәт паркы биләмәһендә хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеү инспекторҙар өсөн иң яуаплы эш икәнен инҡар итеп булмай, сөнки тап уларға б