Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Малайҙар үлемдән ҡотҡарған

"Учалы районының Рысай урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ошо көндәрҙә бәләгә тарыған ябалаҡты үлемдән ҡотҡарҙы. Етенсе синыф уҡыусыһы Баҡыев Арсен, туғыҙынсы синыф уҡыусылары Хәбибуллин Дим, Хисмәтуллин Радмир һәм Таһир дәрестәрҙән һуң урынға килеп, бейек торбаға ҡолап төшкән ҡошто оҙон таяҡ, ҡармаҡ һәм 15 метрлыҡ арҡандан эшләнгән ҡулайлама ярҙамында тартып сығара. Әйтергә кәрәк, был ҡоткарыу эше егеттәрҙән етеҙлек, таҫыллыҡ, оҫталыҡ талап итә. Егеттәр бер сәғәт эсендә тимер торба тотҡонлоғона эләккән ябалаҡты азат итә. Биология уҡытыусыһы Хужәхмәтова З.Н. әйтеүенсә, был ябалаҡтың Ҡыҙыл китапҡа индерелгән һирәк төрө - ҡауылдаҡ. Шундай кешелекле, ҡыйыу һәм һәр эште еренә еткереп башҡарған балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ", - тип яҙа Таңһылыу Сиражетдинова-Фәйезова. Афарин, егеттәр! Гел ярҙамсыл булығыҙ! Фото: Таңһылыу Сиражетдинова-Фәйезованан.