Унда ҡатнашыусы һәр кешенең карьера төҙөү тәжрибәһен алырға, компетенциялар кимәлен күтәрергә, ҙур компанияларҙың топ-менеджерҙарынан консультация алырға һәм стажировка үтеү өсөн әңгәмә үтеү мөмкинлеге бар. Карьера форумы “Демография” милли проектына ярашлы уҙа. – Форум – йәштәр өсөн артабанғы һөнәри үҫеш йүнәлешен билдәләү һәм потенциаль эш биреүселәр табыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Сара Студенттар отрядтары көнөн байрам итеү сиктәрендә үткәрелә. Билдәле булыуынса, улар студенттарҙы хеҙмәт эшмәкәрлегенә студент эскәмйәһенән үк йәлеп итә, – тип билдәләне республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров. – Башҡортостандың студенттар отрядтарында алты меңгә яҡын кеше иҫәпләнә. Был - беҙҙең предприятиелар өсөн ҙур кадрҙар ресурсы. Кадрҙар етешмәү шарттарында йәштәр, тәжрибәһеҙ булһа ла, эшкә урынлашыу өсөн өҫтөнлөклө категория булып тора. Форум бер-береһенә ҡыҙыҡлы эш биреүселәрҙе һәм эш эҙләүселәрҙе йәлеп итеү урыны ул, – тине Башҡортостанды