Башҡорт дәүләт аграр университетында 23-сө ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡлы сик һағы отрядының – 100 йыллыҡ, Ленин һәм Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы 95-се Кенигсберг сик буйы отрядының 85 юбилейына арналған “Сик буйында хеҙмәт итеү: бурыс һәм намыҫ” ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының кадрҙар бүлеге начальнигы Сергей Кривцов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйесе урынбаҫары Сергей Мережко, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Калининград өлкәһе буйынса сик буйы идаралығының кадрҙар бүлегенең өлкән офицеры Денис Баранов һәм башҡа рәсми вәкилдәр сығыш яһаны. Техник фәндәр кандидаты, доцент, Рәсәй инженер академияһының ағза-корреспонденты, 23-сө сик буйы отряды ветераны Валерий Петряков конференцияның модераторы булды. Башҡорт дәүләт аграр университетының тәрбиә эше һәм йәштәр сәйәсәте буйынса проректоры Рузил Йәғәфәров үҙенең сығышында вузда йәштәрҙе патриотик тәрбиәгә һәм спорт