"Тәүгеләр хәрәкәте"нең балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән гранттар конкурсына ғаризалар 1 февралдән ҡабул ителә. Конкурс сиктәрендә фестивалдәр, слеттар һәм башҡа саралар ойоштороу ҡарала. Был конкурстың маҡсаты – үҫеп килгән быуында хуплау тапҡан йәки уның тарафынан тәҡдим ителгән башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу. “2024 йылда "Тәүгеләр хәрәкәте" социаль әһәмиәтле башланғыстарға ике миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтәсәк. Грант башланғысы өсөн иң ҙур финанслау күләме – 15 миллион һум. Балалар үҙҙәре авторҙаш булған проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итеү беҙҙең эште ысын мәғәнәһендә йоғонтоло итәсәк”, – ти "Тәүгеләр хәрәкәте"нең идара рәйесе Григорий Гусов. Конкурста ҡатнашыуға мәктәптәр, колледждар, йәмәғәт берекмәләре, театрҙар, китапханалар, балалар ижады йорттары ғариза бирә ала. Фото: "Тәүгеләр хәрәкәте" сайтынан.