Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин коллективтарҙы хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн билдәләү традицияһын тергеҙергә саҡырҙы. 1 февралдә Тула ҡалаһында барған “Барыһы ла Еңеү өсөн” форумында сығыш яһап, ул "Фиҙакәр хеҙмәт өсөн" тигән орденды ҡабаттан булдырыуҙы шулай тип аңлатты: “Совет заманында, беләһегеҙ, кешеләрҙе хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн билдәләгән ордендар тапшырыла ине”, – тине ул. – “Уны ҡабат ҡуллана башларға кәрәк, айырыуса бөгөн был үтә мөһим”. Президент яңы ғына булдырылған ошо орден менән Туланың “Сплав” ғилми-етештереү берекмәһе наградланыуын әйтте. Ил етәксеһе менән осрашыуҙа “Тулаточмаш” акционерҙар йәмғиәте белгесе Анастасия Литвинова ҡорал етештереүселәрҙең был награда өсөн бик рәхмәтле булыуҙарын белдерҙе. “Беҙҙең төбәктә ошо орденға лайыҡлы предприятиелар күп. Был беҙҙә һөнәри ғорурлыҡ тойғоһо уята”, – тине ул. Илебеҙҙә Рәсәйҙең киләсәге өсөн эшләгән бик күп предприятиелар бар. Уларҙың барыһы ла беҙҙең ихтирамға һәм һоҡланыуға лайыҡ. Фото:Atributik.ru