Ир-егет, ғәҙәттә, үҙен борсоған мәсьәләләр хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләп бармай. Көслө зат вәкиленең булмышы шулай. Тик тормошта хатта һынмаҫ күренгән кешеләрҙе лә ҡайғы-хәсрәткә, яҙмыш һынауҙарына дусар иткән хәлдәр була. Баҫмабыҙҙа төрлө яҙмыштар хаҡында йыш яҙабыҙ. Уҡыусылар үҙҙәре лә фекерҙәрен еткергеләй. Күптән түгел гәзиттә донъя күргән мәҡәләләрҙе даими уҡып барған бер көслө зат вәкиленең үҙ яҙмышы хаҡында яҙып ебәреүе уйға ҡалдырҙы. “Ҡатын-ҡыҙҙың йәшәйеше тураһында йыш бәйән итәһегеҙ. Әйтерһең дә, уларҙың ғаилә тормошо килеп сыҡмаһа, барыһына ла беҙ генә ғәйепле, һәм әсәйҙәр үҙҙәре генә балаларын баға. Ә бына мин улымды яңғыҙым тәрбиәләйем. Кем быға ғәйепле? Уҡығас, үҙегеҙ ошо һорауға яуап табырһығыҙ”, – тип башлаған ул хат юлдарын. “Ҡатыным эшен юғалтҡас, ғаилә "карабы" сайҡала башланы. Альбина* балабыҙ хаҡында хәстәрлек күреү, өй мәшәҡәттәре менән шөғөлләнеү урынына көндәр буйы ҡайҙалыр сығып юғала башланы. Был ҡылығын яңы эш урыны эҙләү менән аңлатты, йәнәһе, әңгәмәләшеүҙәр