“Башҡортостандың Милли музейы залдарының береһендә бер ҡатындың бюсы күҙемә салынды. Таныш һыҙаттарға иғтибар иттем һәм үтеп китә алманым: Банат Батырова — Башҡорт АССР-ының Социалистик Хеҙмәт Геройы исмен алған беренсе ҡатын-ҡыҙ. Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуып үҫкән. Күрше Үтәгән ауылына килен булып төшкән һәм артабанғы яҙмышы ошо ауылға бәйле. Мәктәптә уҡығанда уҡытыусылар, уның менән бергә эшләгән ололар йыш ҡына Банат Батырованың тырыш хеҙмәте һәм ҡырыҫ холҡо тураһында һөйләй ине. 44 йәшендә ул Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме ала. Бындай юғары наградаға лайыҡ булған беренсе башҡорт ҡатын-ҡыҙы була ул. Банат Хәйрулла ҡыҙы шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереү серҙәренә төшөнөп, уның техникаһын өйрәнеп, уңышты арттырыу алымдарын ҡулланып, юғары уңышҡа өлгәшә. Баҫыуҙарҙа шәкәр сөгөлдөрөнөң гектарынан 611,5 центнер уңыш алыуға өлгәшәләр. 1947 йылға тиклем районда бындай һөҙөмтәләр булмай. Үтәгән ауылы мәктәбендә иҫ киткес музей урынлашҡан, унда Банат Батырованың шәхси әйберҙәре һәм наградалары һаҡлана. Ауыл урамдарының береһе уның исеме менән аталған. Үтәгән халҡы бөйөк Банат Батырованың 120 йыллығына әҙерлек башланы ла инде”, - тип яҙа Тимерғәле Ураҙғолов. Фотолар Тимерғәле Ураҙғоловтоң социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.