Быйыл Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) ярашлы 11 юл участкаһы ремонтланасаҡ. Ремонтланасаҡ объекттар исемлегенә баш ҡаланың Благовар, Дзержинский, Кола, Магистраль, Ҡариҙел яры буйы, Зорге урамдары, Өфө – Дим юлы инә. Быйыл шулай уҡ Өфө – Затон автоюлының төньяҡтан урап үткән өлөшөн дә ремонтлаясаҡтар. “Был участоктарҙа Өфө халҡы өсөн әһәмиәтле объекттар урынлашҡан. Һүҙ дауаланыу, онкология диспансеры, балалар баҡсалары һәм сауҙа үҙәктәре тураһында бара. Шуға күрә уларҙы нормалағы хәлгә килтерергә ҡарар ителде”, – тип аңлата республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Бөгөнгә был объекттар буйынса конкурс процедуралары тамамланған, генераль подрядсылар билдәләнгән. Йылы миҙгел башланғас та эшкә тотонасаҡтар. Фото: ”Башинформ”.