Ошо аҙнала “Ватанды яҡлаусылар” филиалы фонды һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса республика үҙәге башланғысы менән ойошторолған “Ярҙам поезы” акцияһы Бишбүләк һәм Борай райондарында үткәрелде. Ике көн барған консультацияларҙа белгестәр 800-ҙән ашыу мөрәжәғәтте ҡабул итте. Һорауҙар нигеҙҙә ярҙам алыу, юридик һәм медицина буйынса, шулай уҡ документтар тултырыу мәсьәләләренә ҡайтып ҡалды. “Республикала йәшәүселәр бөтә кәңәштәрҙе бер урында алырлыҡ бындай күсмә консультацияларҙың ни тиклем кәрәкле икәненә инанды. Ошондай эш рәүеше үҙенең көнүҙәклеген күрһәтте. Иң көнүҙәк йүнәлештәрҙе әүҙемләштерәсәкбеҙ”, – тине “Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Ярҙам поезы” акцияһы былтыр октябрҙә старт алғайны. Фонд филиалы командаһы министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәре менән берлектә 14 муниципаль районда булып ҡайтты һәм дүрт меңдән ашыу ғариза ҡабул итте, уларҙың күпселеге ыңғай хәл ителеп өлгөрҙө лә инде. Фото: “Ватанды я