Махсус хәрби операция биләмәһенә командировка барышында әңгәмәләшкән яҡташ яугирҙәр менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Сираттағы геройыбыҙ – “Башҡортостан” полкында матди тәьминәт ротаһы командирының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт иткән “Әмир” позывнойлы яугир. Рәмил Ҡаҙағстан Республикаһының Ҡыҙыл Урҙа ҡалаһында тыуып үҫкән. Атаһы сығышы менән Башҡортостандың Ғафури районынан, әммә йәш сағында тимер юлы төҙөү өсөн Ҡаҙағстанға юллана һәм шунда ғаилә ҡора. Шулай ҙа тыуған төйәк үҙенә тарта һәм улар республикабыҙға ҡайтып төпләнә. Рәмил Ишембай ҡалаһындағы 6-сы мәктәпте тамамлай. Мәктәп директоры Жанна Ғафур ҡыҙын, класс етәксеһе Надежда Андреевнаны оло хөрмәт менән иҫкә ала. Рәмил атаһының эшен дауам итеп, тимер юлсы һөнәрен һайлай. Махсус хәрби операцияға алынғанға тиклем Ҡарлыман тимер юл станцияһы начальнигы вазифаһын башҡара. Ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, ул – өс бала атаһы. – Бында Ватаныбыҙҙың саҡырыуын ҡабул итеп, йөрәк ҡушыуы буйынса килдем. Өс бала атаһы булараҡ та, тимер юл станцияһы начальнигына бирелгән бронь буйынса ла махсус хәрби операцияға өлөшләтә саҡырыуға эләкмәй инем. Шуға күрә үҙ теләгем менән юлландым, – ти “Әмир”. Бындай теләк унда 2014 йылда, Украинаға бәйле сыуалыштар башланған мәлдә үк, барлыҡҡа килә. Әммә ул ваҡытта Рәсәй хәрби көстәрҙе йәлеп итмәй. 2022 йылдың февралендә махсус хәрби операция иғлан ителеү менән Рәмил һис икеләнмәйенсә ил именлеге һағына баҫырға ҡарар итә. “Миндә ҡайһы бер кешеләрҙәге кеүек икеләнеү, “Ни өсөн?”, “Ни эшләп улай?” тигән һорауҙар бөтөнләй тыуманы”, – ти ул. “Әмир” бында үҙен табыуын йәшермәй, шуға күрә махсус операция тамамланғас та хәрби хеҙмәтен дауам итергә теләүе лә аңлашыла. Ул ошондай маҡсаты булған яугирҙәрҙең күп булыуын билдәләне. Улар – башлыса Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итә башлап, һуңғы йылдарҙағы ҡыҫҡартыуҙар йәки башҡа сәбәп менән әрме хеҙмәттән китергә мәжбүр булған, әммә күңеле, йәне-тәне менән ысын хәрби булып ҡалған ир-егеттәр. Алда яҙып үтеүебеҙсә, “Әмир”ҙе тыныс тормошта ҡатыны һәм өс балаһы оҙатып ҡалған. – Ҡатыныма бында юлланырға теләүем хаҡында ипләп-ипләп әйтә килдем. Әлбиттә, ул башта быны ысынға алманы, “шаяртма улай тип”, “һинең бында ла эшең дә, хеҙмәт хаҡың да һәйбәт, унда нимә бар” тигәнерәк һүҙҙәр ҙә булды. Уны ла аңларға мөмкин. Шулай ҙа уны ла, балаларҙы ла яйлап әҙерләнем, әммә хәрби комиссариатҡа барып, ғариза яҙыуымды, медицина комиссияһы үтеүемде алдан әйтмәнем. Шулай ҙа ҡатыным да, балалар ҙа үҙҙәрен лайыҡлы тотто, “Үҙеңде һаҡла!” тип, изге теләктәр менән оҙатып ҡалды, – ти яугир. “Әмир” баштан уҡ үҙенә аныҡ маҡсат ҡуя – мотлаҡ “Башҡортостан” полкына эләгергә һәм үҙебеҙҙең егеттәр менән иңгә-иң терәп ил именлеген һаҡларға! Ошо ниәтенә өлгәшә. Был полктың нисек уңышлы хәрәкәт итеүе, бындағы тәртиптең ныҡлығы, уның составындағы батальондарҙың берҙәмлеге, яугирҙәрҙең ҡаһарманлыҡтары һәм ҡаҙаныштары бөгөн күптәргә мәғлүм. “Тәүге осор менән сағыштырғанда, фронтта хәлдәр ныҡ ҡына үҙгәрҙе. “Башҡортостан” полкы бик көслө, берҙәм хәрәкәт итә, уңыш-ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа етерлек”, – ти командир урынбаҫары. “Әмир”ҙең йәштәргә әйтер һүҙе лә бар: “Ошондай ҡатмарлы, буталсыҡ заманда йәштәрҙең айыҡ аҡыллы, аңлы булыуын теләйбеҙ. Сит илдәрҙең, айырыуса Көнсығыштың тәьҫиренә бирелергә ярамай. Улар бит хатта йәнһүрәттәр аша ла үҙ идеологияһын алға һөрә. Ундағы ҡиммәттәр беҙгә бармай, сөнки беҙ – икенсе төрлөбөҙ. Беҙҙә борон-борондан нығынған, йәшәйеш менән һыналған ғаилә ҡиммәттәре бар, шуларға таянырға кәрәк. Йәштәр бында кәрәк, сөнки заман техникаһын улар яҡшыраҡ аңлай. Илебеҙ һынылышлы осор кисергәндә берҙәм, бер маҡсатлы булырға тейешбеҙ”. Авторы - В. УРАЗБАЕВ. Редакциянан: Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.