Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге асылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт етәксеһенә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән Республика балалар клиник дауаханаһының яңы асылған балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге хаҡында һөйләне. – Бөгөн Рәсәйҙең өс төбәгендә – Томскиҙа, Өфөлә, Якутскиҙа – онкология ауырыуҙарын дауалауға махсуслашҡан яңы, заманса медицина учреждениелары асылды. Был ярҙамдың һөҙөмтәлелеген арттырыуға, йәғни граждандарыбыҙҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауға тағы бер аҙым. Был комплекстарҙы төҙөүҙә, йыһазландырыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм, – тине Владимир Путин. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко сафҡа индерелгән объекттар һәм дөйөм алғанда илдең онкология хеҙмәте эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында ентекләберәк һөйләне. – Һуңғы йылдарҙа беҙҙә 10 онкология үҙәге сафҡа индерелде. Был объекттар технологик мәсьәләләрҙе хәл итеү принциптары буйынса ғына түгел, ә уңайлылығы буйынса ла проектлана, – тине Михаил Мурашко. “Владимир Владимирович, һеҙ биш йыл элек республикабыҙҙа сабыйҙар үлеменә иғтибар иттегеҙ. Беҙ был мәсьәләне хәл иттек. Хәҙер беҙҙә ул ярайһы уҡ түбәнәйҙе. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, һеҙгә тағы ла бер тапҡыр ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт әйтергә теләйем”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru