Ҡабул итеү бүлмәһенә инициативалы граждандар, төрлө һөнәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ йәмәғәт фекере лидерҙары килә. Ошо көндәрҙә “Мы за СВОих Уфа” ирекмәндәр төркөмө әүҙемселәре мөрәжәғәт итте. “Бөгөн күп кенә ирекмәндәр хәрәкәте рәсми теркәлмәгән һәм юридик яҡтан рәсмиләштерелмәгән, бының өсөн ваҡыт, көс һәм финанс талап ителә”, – тип билдәләне төркөм етәксеһе Ольга Вязовая. Ирекмәндәр исеменән ул наказ итеп кандидаттың һайлау алды программаһына төбәктәрҙә ирекле хәрәкәттәр ойошма ағзалары сифатында теркәлә алырлыҡ ассоциациялар йәки союздар булдырыу мөмкинлеген индерергә һәм артабан финанс һәм хоҡуҡи инструменттар менән юридик шәхестәр булараҡ файҙаланыу мөмкинлеген бирергә тәҡдим итте. Мәҫәлән, гранттар конкурстарында ҡатнашырға һәм башҡалар. Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә билдәләүҙәренсә, “Мы за СВОих Уфа” ирекмәндәр төркөмөнөң тәҡдиме кандидаттың Үҙәк һайлау штабына ебәреләсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Владимирович Путиндың Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе кандидаттың Төбәк һайлау штабы майҙансығында – Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1-се йорт адресы буйынса эшләй. Кандидаттың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә үҙ наказын, теге йәки был өлкәне камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәрен, илебеҙҙе үҫтереү буйынса башланғыстарын ҡалдырырға теләгән һәр кеше килә ала.