Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кампуста тәүге резиденттар эш башланы

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин видеобәйләнеш ярҙамында яңы объекттың беренсе сираты – IQ-парк эшенә старт бирҙе. Ә бөгөндән 37 мең квадрат метр майҙанлы бина төбәктең алдынғы юғары уҡыу йорттары һәм инновацион компаниялары өсөн үҙ ишектәрен асты. Башҡортостан Башлығы республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы, шулай уҡ кампус һәм IQ-парк төҙөүгә ғариза әҙерләүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе. – Беҙ кампус төҙөү хоҡуғын алыу конкурсында әүҙем ҡатнаштыҡ. Барығыҙҙы ла кампустың беренсе сираты асылыуы менән ҡотлайым. Һуңғы йылдарҙа был Башҡортостандың юғары мәктәбен һәм фәнен үҫтереүгә тос өлөш индергән объект, тип иҫәпләйем, – тине төбәк етәксеһе. Кампус төҙөү проектының кураторы, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең сығышында юғары уҡыу йорттары араһында студенттар кампусын төҙөү проекты төбәктең иҡтисады һәм социаль өлкәһенең күп тармаҡтарына өҫтәмә үҫеш импульсы бирәсәк, тип билдәләне. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм ғилми берләшмә вәкилдәре лаборатория биналарында булды һәм IQ-парк мөмкинлектәре менән танышты. Бинала эшләй башлаған кампустың тәүге резиденттары – Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты. Фото: glavarb.ru