Бөгөн, 2 февралдә, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы былтырғы йыл дауамында Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап үткәргән Республика методик һәм ижади эштәр конкурсына йомғаҡ яһаны. Үҙенсәлекле бәйге БР Мәғариф һәм фән финистрлығы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡатнашлығында ойошторолған. Конкурста республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән балалар баҡсалары тәрбиәселәре, мәктәп, урта һөнәри белем биреү, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, шулай уҡ мәғариф ветерандары ҡатнашҡан. - Конкурсты иғлан иткәндә уның педагогтар йәмәғәтселеге тарафынан шул тиклем ихлас, ҙур әүҙемлек менән ҡабул ителер, тип уйламағайныҡ. Һөҙөмтәләр беҙ көткәндән күпкә яҡшыраҡ булды. Бәйгегә барлығы 416 методик һәм ижади эш ҡабул иттек. Иң яҡшы эштәр, әлбиттә, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында донъя күрәсәк, - тип билдәләне баҫманың баш мөхәррире Салауат Кәримов. Конкурс “Иң яҡшы дәрес эшкәртмәһе”, “Иң яҡшы кластан тыш сара эшкәртмәһе”, “Уҡытыусы һ