Өфө ҡалаһында балалыҡ һәм бала табыу мәсьәләләре буйынса Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгения Котова рәйеслегендә округ кәңәшмәһе үтте. Етәксе үҙенең сығышында 2023 йылда Волга буйы федераль округында бала табыу һәм балалыҡ хеҙмәте эшенә йомғаҡ яһаны, шулай уҡ 2024 йылға үҫеш өҫтөнлөктәрен һәм төп бурыстарҙы билдәләне. Доклад менән республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин сығыш яһаны. Ул Башҡортостанда балаларҙың һаулығын һаҡлауға, акушерлыҡ һәм гинекологияға ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне. Былтыр республикала сабыйҙар үлеме буйынса күрһәткесте 3,9 промиллегә тиклем кәметергә мөмкин булған. Шулай уҡ былтыр, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 342 берәмек медицина ҡорамалы алынған, балалар поликлиникалары төҙөлгән. Башҡортостан Волга буйы федераль округында халыҡ һаны буйынса беренсе урынды биләй, ә Рәсәй буйынса – етенсе урында. Республикала ике миллиондан ашыу ҡатын-ҡыҙ йәшәй, 900 меңе – фертиль йәштә. Төрлө профилдәге белгестәрҙең грамоталы эше республикала сабыйҙар үлеме күрһәткесен һиҙелерлек кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.