“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республика халҡының Яңы йыл байрамдарын әүҙем, сәләмәт үткәреү, физкультура һәм спортты пропагандалау маҡсатында барлыҡҡа килгән “Яңы йыл ғаилә уйындары-2024” фестивалендә быйыл да әллә күпме кеше ихлас ҡатнашты. Ошо ҙур, мөһим сараның төп өлөшө – финал уйындары бөгөн булды. “Сәләмәт төбәк – көслө төбәк” проекты сиктәрендә ойошторолған сарала Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәренән 69 ғаилә үҙ көсөн һынап ҡараны. Улар барыһы ла тыуған районында беренсе урын яулаған. Ә муниципаль этапта республиканан барлығы 5746 ғаилә үҙ көсөн һынаған. “Яңы йыл ғаилә уйындарын үткәреү матур йолаға әүерелде. Быйыл ул бишенсе тапҡыр рәттән ойошторола. Бөгөн финал ярыштары була. Шулай итеп, Яңы йыл үтеп китһә лә, Яңы йыл ғаилә уйындары дауам итә. Бында тотош яратҡан республикабыҙ географияһы һынландырыла. Илебеҙ Президенты Ғаилә йылы тип иғлан иткән йылда Яңы йыл ғаилә уйындарының финалын үткәреүе ҡыуаныслы, сөнки тап ғаилә менән һөйөү беҙҙе алға этәрә”, – тип шатлығын белдерҙе фестиваль финалы уйындарын асыу тантанаһында республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин. Республиканың спорт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина ла сарала ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Әйткәндәй, был матур сара республика Хөкүмәте, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, республиканың Спорт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары ярҙамында ойошторолған. Командала атай, әсәй һәм уларҙың балаһы — башланғыс класс уҡыусыһы ҡатнашты. Ярыштар программаһы “Клюшка менән туп йөрөтөү”, “Тачка”, “Обруч менән йүгереү” һәм “Бобслей” уйындарынан торҙо. Баймаҡ районынан Мостафиндар, Асҡын районынан Ғилемшиндәр, Стәрлебаш районынан Ҡотлоғужиндар һәм башҡалар сарала бик әүҙем ҡатнашты. Әбйәлил районынан Мортазиндар уйындар башында уҡ етеҙлеге, тырышлығы менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Һөҙөмтәлә улар беренсе урынға сыҡты. Уларға төбәгебеҙҙәге иң яҡшы шифаханаларҙың береһенә –“Танып” шифаханаһына юллама тапшырылды. Икенселә - Өфө районынан Салауатовтар, өсөнсө урынға Яңауыл районының Сусаҙы-Ябалаҡ ауылынан Изибаевтар ғаиләһе лайыҡ булды. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. Айгизә менән Азамат МОРТАЗИНДАР, Әбйәлил районының Асҡар ауылы: - Өфөгә финал ярыштарына улыбыҙ Салауат менән килдек. Бындай фестивалдә ҡатнашыу – үҙе бер мәртәбә, хатта яуаплылыҡ, сөнки тотош район исеменән сығыш яһаныҡ. Был сараның еңеүсеһе булырбыҙ тип күҙ алдына ла килтермәгәйнек. Шуға спорт ярыштарына беҙҙе ныҡлы, ентекле әҙерләнергә ярҙам иткән тренерыбыҙ Нил Мәһәҙей улы Ҡужәхмәтовҡа ҙур рәхмәт!
Донъя йәмле татыу, уңған һәм спорт яратҡан ғаиләләр менән!
2 февраля 20242 фев 2024
2 мин