Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сир тыныс йәшәргә ирек бирмәй

Башҡортостанда Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнөнә арналған аҙналыҡ тамамланыуға бара. Донъяла киң таралған хәүефле сир кешелеккә тыныс йәшәргә мөмкинлек бирмәй. Яман шеш күҙәнәктәре ирекһеҙҙән үҙенән-үҙе бүленеп, тирә-яғындағы туҡымаларҙы һәм ағзаларҙы лимфа йәки ҡан ағымы ярҙамында зарарлай. Яман шеш ҡурҡынысһыҙ шештәрҙән өс сифаты менән айырыла: күҙәнәктәрҙең өҙлөкһөҙ бүленеү һәләте; күрше туҡымаларға һәм ағзаларға үтеп инеп, уларҙың функцияһын боҙоуы; метастаздарға килтереү йәғни яман шеш күҙәнәктәрен ҡан йәки лимфа ағымы менән тәндең башҡа өлөштәренә таратыу үҙенсәлеге. Табиптарҙың әйтеүенсә, сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн сәләмәт тормош алып барыу мөһим. “Онкология” диагнозын ҡабул итеүе ауыр, кемдер ҡатып ҡала, үҙ-үҙенә бикләнә. Кемдер мөғжизәғә ышанып, үҙенең хәлен тейешенсә баһалай алмай һәм дауаланмай. Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡ тейешле ҡарарға килә алмай һәм ҡиммәтле ваҡытты юғалта. Диагнозды ишеткән кеше психологик уңайһыҙлыҡ, төшөнкөлөк кисерә, был үҙ йәһәтендә тормош сифатын кәметә. Тәбиғи һаҡланыу механизмы кешене был процестан тайшанырға, хәлде инҡар итергә мәжбүр итә. Әммә аңһыҙ психологик ярҙам эшләүҙән туҡтағас, пациент михнәттәре һәм ғазаптарын еңеү өсөн үҙен мәжбүрләргә тейеш. Ә хәлде ҡабул итеү өсөн күпмелер ваҡыт талап ителә. Яҡын кешеңә был осраҡта нисек ярҙам итергә? Психологтар һәм онкологтарҙың әйтеүенсә, “сир аша үтеү” һәм быға ваҡыт биреү мөһим (ҡайғырыу һәм ғазапланыу был осорҙа кәрәк, улар ауырыуҙы үҙгәрергә мәжбүр итә, ошо хәлде кисереп кенә йән тыныслығын тергеҙеү һәм яңы йәшәү шарттарына яраҡлашыу мөмкинлеге бар). Сир тураһында күберәк уҡығыҙ, кем онкология менән осрашып, уның тураһында күберәк белергә теләй, улар тормошондағы үҙгәрештәргә тиҙерәк яраҡлаша һәм сирҙе тыныс ҡабул итә, тип иҫәпләй тәжрибәле онкологтар. Табиптарҙың фекеренсә, кинәт кенә эштән китергә йәки көндәлек бурыстарҙан баш тартырға ярамай. “Һис һүҙһеҙ, үҙегеҙгә күберәк ваҡыт бүлегеҙ, әммә төрлө шөғөлдәр менән мауығыу һеҙгә ярҙам итәсәк, ауыр уйҙарҙан иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтәсәк”, ти улар. Ауырыу кеше өсөн ғаилә, туғандар һәм дуҫтар – төп ярҙамсы ресурстарҙың береһе. Йылы мөхит, яҡын кешеләреңдең терәк булыуын тойоу хәүефләнеүҙе, талсығыуҙы кәметә. Бындай ауыр саҡта психологтарға мөрәжәғәт итеү ҙә файҙалы. Психологик реабилитация – онкология сиренә дусар ауырыуҙы дауалауҙа айырылғыһыҙ мөһим ярҙам. Онкология сирҙәрен иҫкәртеүҙә ошо аҙымдарҙы яһау файҙалы буласаҡ: Күберәк йәшелсә, еләк-емеш, эре епсәле аҙыҡтар ашағыҙ. Тәбиғәт – файҙалы матдәләрҙең тәбиғи хазинаһы, уның мөмкинлектәрен баһаламау мөмкин түгел. Май миҡдары аҙ булған аҙыҡтарҙы ҡулланығыҙ.Майлы ризыҡтар файҙаланылған көндәлек калорияларҙың 30 проценттан да күберәк өлөшөн тәшкил итергә тейеш түгел. Тән ауырлығын күҙәтегеҙ. Майҙарға бай рацион, айырыуса физик әүҙемлек булмағанда, кәүҙә ауырлығын арттыра.Ә был шештәр барлыҡҡа килеүенең бер сәбәбе булып тора. Әүҙем тормош менән йәшәгеҙ, аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр 30 минутлыҡ физик күнегеүҙәр яһау онкология сирҙәре хәүефен кәметәсәк. Спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмағыҙ. Тәмәкенән баш тартығыҙ.Тәмәке тартмаған кеше тәмәкесегә ҡарағанда уртаса 15 йылға оҙағыраҡ йәшәй. Тәмәке тартыу үпкә, бәүел ҡыуығы, ашҡаҙан аҫты биҙе, ауыҙ ҡыуышлығы, тамаҡ, ҡыҙыл үңәс, балаятҡы муйынтығы, бауыр, бөйөр яман шештәрен һәм киҫкен лейкоз барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булыуы мөмкин. Тиренең торошон тикшереп тороғоҙ. Ҡанһырап торған, ҡысытыу тыуҙырған, төҙәлмәгән яңы таптар, тиҙ үҫеүсе миңдәр – хәүеф тыуҙырыусы билдәләр. Иҫкәртеү сараларын һәм диспансерлаштырыуҙы даими үтегеҙ, һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ! Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.