Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында Быйма байрамы үткән. Әбүбәкер ауылы төркөмөнән хәбәр итеүҙәренсә, бындай байрам инде матур йолаға әүерелгән. "Ҡарлы ҡыш етеү менән һәр ҡайһыбыҙ аяҡ кейеме һайлау тураһында уйлана башлай. Беҙгә ҡышын сатлама һыуыҡтар булған төбәктә быйманы әллә ниндәй затлы аяҡ кейеме лә алмаштыра алмайҙыр ул. Сөнки быйма үҙе йылы, уңайлы, йомшаҡ, ышаныслы. Быйма - беҙҙең ауыл кешеләренең алыштырғыһыҙ ышаныслы дуҫы! Йәшәһен быйма! Быйма байрамына олоһо ла, кесеһе лә быймаларын матур итеп биҙәп килгән. Ә инде ут күршеләребеҙ, Атингән ауылынан килгән ҡунаҡтарыбыҙ, байрамға мәртәбә генә өҫтәне. Йырлы, бейеүле, күңелле уйындары менән үрелеп барған Быйма байрамы бик матур үтте. Байрамдың бағыусылары - Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Семеновна Лебедева һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре", - тип яҙған улар. Гран-приҙы Фәрзәнә Билалова яулаған. Бигерәк тә байрамда тотош ғаиләләре менән ҡатнашыусылар ҙа булған. Эй бейейбеҙ, бейейбеҙ, Матур беҙҙең көйөбөҙ. Быймаларҙы кейеп алып, Рәхәтләнеп бейейбеҙ, - тип сигеүле, нағышлы, төрлө биҙәктәр һалынған быймаларҙа ҡатнашыусылар рәхәтләнеп бейеп тә алған, һунар саңғыһында тау шыуған, төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡан. Быймаға дан йырланған байрам барыһына ла бик оҡшаған. Фото һәм видео: Әбүбәкер ауылы төркөмөнән.