1959 йылда Миәкә районының Оло Кәркәле ауылынан 22 йәшлек Фәтхулла Исхаҡов кеше үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнеп, 15 йылға төрмәгә ябыла. 13 йыл ултырып сыға. Шунан алып нахаҡҡа хөкөм ителгәнен раҫлап, ғәҙеллек даулау юлында ул. Эште бер киренән ҡарайҙар, бер ябалар. Ниһайәт, 2012 ысын енәйәтсе ғәйебен танып килә. Әммә эш һаман урынынан ҡуҙғалмай. Бер нисә йыл элек кенә Фәтхулла Исхаҡовты аҡлайҙар. Һәм ул әҡлаҡи зыян өсөн 450 миллион һум матди компенсация талап итә. Әммә Өфө ҡалаһының Ленин район суды 31,6 миллион һумды ғына раҫлай. Апелляция ялыуы биргәс, Юғары суд был сумманы бөтөнләй ике миллион һумға ҡалдырып ҡуя. Фәтхулла Исхаҡов хәҙер кассация ялыуы биргән. Нахаҡҡа ғәйепләнеп, бөтә ғүмерен ғәҙеллек эҙләп үткәргән кешене мыҫҡыллау был, ти кешеләр. Ә бит бабайға тиҙҙән 87 йәш тула... Фото: «Честно говоря» тапшырыуы видеоһынан стоп-кадр, "Башинформ".
Йөрәге күпмегә түҙер: 13 йыл нахаҡҡа төрмәлә ултыр ҙа...
4 февраля 20244 фев 2024
~1 мин