Бөтә донъя башҡорттары быйыл иғлан иткән Йәштәр йылының төп геройҙары – әүҙем һәм маҡсатлы замандаштар, беҙҙең киләсәк, өмөт һәм таяныс булған йәш быуын вәкилдәре. Бөгөн һеҙҙе тап шундай ҡыҙҙарҙың береһе – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының бишенсе курс студенты Динара Ғәлләмова менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул Әбйәлил районының Рауил ауылында, биш балалы ҙур ғаиләлә үҫкән. - Мәҡсүт һәм Сания Ғәлләмовтарҙың кинйәкәй балалары булам. Татыу ғаиләбеҙҙә бер бөртөк ағайым Мират һәм апайҙарым Венера, Әнүзә, Рита менән бергә тәрбиәләндек. Беҙҙең өйҙә бер ваҡытта ла йыр-моң тынманы. Атайым һыҙҙырып гармунда уйнай, мин дә бәләкәстән йырға маһир булдым, мәктәп йылдарында йыш ҡына сәхнәлә сығыш яһай инем. Бына ошо осҡондар мине ҙур донъяға, юғарыраҡ маҡсаттарға әйҙәгәндер, моғайын. Ҡараусылар күп булғас, балалар баҡсаһына йөрөмәнем, ә туғыҙынсыны бөткәс, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжына туризм йүнәлеше буйынса уҡырға индем. Әммә юғары белем алыу тураһында хыяллана инем. Шуға