Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тәртипһеҙ, уҡымаған , тип уға сыҡмағайны...

Кеше алдында һайлау мөмкинлеге киң. Бер яҡтан ул үҙенең яҙмышын үҙе билдәләгән һымаҡ. Сираттағы геройым Ләлә лә үҙенең киләсәген ата-әсәһе, ағаһы кәңәше буйынса һайлаған. Ләкин тормош көткәндә күңелеңә ятҡан кеше менән генә бәхетле ғүмер итеп була. Быға ул йылдар үткәс инанды. Ләлә – табиптар ғаиләһендә тыуып үҫте. Ата-әсәһе лә табиптар, бер туған ағаһы ла табип. Шуға Ләләне лә барыһы ла киләсәктә табип итеп күрҙе. Күңеле мәҙәниәткә тартылһа ла, был уйын ул бик тәрәнгә йәшереп ҡуйҙы. Үкенескә ҡаршы, медицина институтына уҡырға инергә балы етмәне, оҙаҡ уйлап тормай медицина колледжына барҙы. “Аҙаҡ юғары уҡыу йортона ла инермен әле” тип уйланы ул. Уҡыу көсөргәнешле булғас, үҙенә буш ваҡыты ҡалманы ла. Уҡыуға етди ҡараған ҡыҙ колледжды ҡыҙыл дипломға тамамланы, ләкин артабан уҡығыһы килмәне. Үҙҙәре йәшәгән район үҙәгендә эшкә урынлашып хеҙмәт юлын башланы. Яңы эш, яңы таныштар – Ләлә икенсе бер донъяға барып ингәндәй булды. Дәртләнеп эшләп алып китте. Ә бер көндө уға яраһын бәйләтергә күптән күрешмәгән классташы Йәмил килеп инде. Кластағы иң тәртипһеҙ, насар уҡыған малай ине ул. Ләкин оҫта ғына итеп һөйләй белгәнгәме, кеше менән тиҙ уртаҡ тел таба алғанғамы, дуҫтары һәр саҡ күп булғанғамы Ләләгә бала саҡтан оҡшаны ул. Ләкин мәктәптә уҡығанда был тойғоларын күңелендә бикләп тотто. Шуғалырмы оҙаҡ ваҡыттан һуң Йәмилде күргәс ,ҡыуанысын йәшерә алманы. Класташы ла һәр ваҡыттағыса ихлас ине. –Ләлә класташ, әйҙә эшең бөткәс, кафеға инеп һөйләшеп ултырайыҡ. Күрешкәндәй булайыҡ инде, – тине егет. Шулай башланып китте уларҙың аралашыуҙары. Йәмил эргәһендә ышаныслы ла, күңелле лә ине Ләләгә. Егет оҙаҡ итеп уҡып йонсомаған, водител һөнәрен алған да, эшләп йөрөй. –Ләлә, мәктәптә уҡығанда уҡ оҡшай инең бит һин миңә. Уҡыу алдынғыһы, үтә ныҡ тәртипле булғас, эргәңә барырға ҡыйманым. Икеле тоҡсайы, һуғыш суҡмары менән аралашып та тормаҫһың тинем, – тине бер осрашҡандарында Йәмил Ләләгә. Был һүҙҙәрҙе ишетеүгә Ләләнең дә күңелендә хистәр яңырҙы. Ике йөрәк араһында тәрән тойғолар ҡабынып дөрләп янып та китте. Осрашып күрешкән мәлдәрендә нимә генә тураһында хыялланманы улар. Үҙҙәренең киләсәген бары тик бергә күрҙеләр. Ләкин бәхетле мәлдәре оҙаҡҡа барманы. Ләләнең ата-әсәһе ҡыҙҙарының Йәмил менән дуҫлашыуын ишетеп, бик тиҙ араларына керҙе. –Белемһеҙ, тәртипһеҙ егеттең нимәһенә ҡыҙыҡтың? Үҙеңә тиң бөткәнме? Эштән эсеп ҡайтып һуғышып, үҙеңә лә, балаларыңа ла көн күрһәтмәҫ. Ныҡлап эҫенмәҫ элек, өҙ уның менән араны, – тип ҡәтғи әйттеләр. Үҙенең фекерен бик әйтергә күнекмәгән ҡыҙ юғалып ҡалды. Йөрәгенән нисек Йәмилде йолҡоп алып ташлап башҡа берәүгә ҡараһын? Ә ата-әсәһе әйткән дөрөҫкә сыҡһа? Эсеп, ҡул күтәрә башлаһа, яратыуы ла үҙенән-үҙе баҫылыр, тигән шикле уйҙар тыуҙы. Ләләнең ағаһы ла ситтә тороп ҡалманы. Егет менән ҡаты ғына итеп һөйләшеп алды. “Ләләгә һин лайыҡ түгел. Уның бәхетле булыуын теләһәң, эргәһенә башҡа килеп йөрөмә”, – был һүҙҙәр ҙә Йәмилгә ныҡ тәьҫир итте. Сөнки ул Ләләнең бәхетле булыуын бик тә теләй ине. Өйҙәгеләрҙең тырышлығы бушҡа китмәне. Ләләне ҡарауыллап тороп тигәндәй осрашыуҙарға ла сығарманылар. Ә бер ваҡиға ҡыҙҙың тормошон башҡа яҡҡа үҙгәртеп ебәрҙе. Шул йылды ағаһы тыуған көнөн тәбиғәттә үткәрҙе, байтаҡ ҡына дуҫтары ла бар ине. Шунда Ләлә уҡытыусы булып эшләп йөрөгән Илнур менән танышты. Егет ҡыҙҙы күреү менән эргәһенән бер минутҡа ла китмәне. Юғары белемле, төҫкә-башҡа матур, тәртипле, уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкән Илнурҙы ата-әсәһе, ағаһы ла шунда уҡ үҙ итте. “Бына был исмаһам, һиңә пар. Тап һинеке икәнлеге күренеп тора”, – тип ебәрҙеләр хатта. Ағаһына тигән һылтау менән йыш килде Ләләләргә Илнур. Аралаша торғас, ҡыҙ ҙа эҫенеп китте. Ләкин йөрәгендә уға ҡарата һөйөү хисе ҡабынмауын йылдар үткәс кенә аңланы. Насар йәшәмәнеләр. Донъялары ҡарап торорлоҡ , матур ине. Ике улдары ла тормоштарына йәм өҫтәне. Ләкин тәртипле, белемле егет тыштан ғына шулай күренгән. Йәшәй башлағас ҡына кире һыҙаттары килеп сыҡты. Үтә лә ныҡ көнләште Илнур ҡатынын. Һөйләшкән һәр иргә сәбәпһеҙ ҡыҙғаныуы ҡатындың үҙәгенә үтте. Был йыш ҡына ҡул күтәреү менән тамамланды. Ситтән ҡарағанда тыныс , ипле Илнур шул тиклем ҡаты күңелле кеше булып сыҡты. Аҡса яғына ла бик һаран ине. Ул ғына ла түгел,”Аҡса тота белмәйһең” тип Ләләнең эш хаҡын үҙенә ҡайтарып биреүен талап итте. Аҙаҡ ҡатын иренән үҙенә кейемгә лә аҡса һорай алмай йонсоно. Нимәгәлер аҡса бирһә, алған әйберҙең чегын таптырып туҙынды. Ун биш йыл бергә йәшәп тыуған көнөнә бер тапҡыр ҙа сәскә йәки башҡа бүләк алып ҡайта белмәгән иренә ҡарап Ләләнең күңеле һыҡраны. Йәшәүенең ҡыҙығы күптән юғалып, бары тик балаларына алданып ғүмер итте. Шул ваҡытта Йәмилде йыш иҫенә төшөрҙө Ләлә. Яратмаған кешегә сығып, бәхетһеҙ булыуына йөрәге әрнене. Теш ҡыҫып , түҙеп, бер туҡтауһыҙ туҡмалып йәшәү эҙһеҙ үтмәне. Ябыҡҡандан-ябығыуына борсолоп дауаханаға мөрәжәғәт иткәндә унда яман шеш ауырыуы барлығы асыҡланды. Сит илдә дауаланһаң, шәбәйеүгә өмөт бар, тинеләр. Ләкин икмәк алырға ла аҡсаһын йәлләгән иренә был сумманы нисек әйтәһең? Ләләнең шиге дөрөҫкә сыҡты. –Ул тиклем аҡсаны ҡайҙан табабыҙ. Өйҙө, машинаны һата алмайбыҙ бит инде. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Ата-әсәйеңдән һорап ҡара. Бәлки улар ҡыҙҙарына ярҙам итер, – ире тиҙ генә һүҙҙе икенсе яҡҡа бороп та ебәрҙе. Ата-әсәһенең дә, ағаһының да ҡулынан килерҙәй түгел шул ярҙам. Шуға Ләләнең һауығыуға өмөтө яйлап һүрелә барҙы. Ләкин йөрәге генә һаман да йәшәргә теләп өмөтләнеп типте. Ошондай ауыр мәлендә Йәмил үҙе эҙләп тапты Ләләне. Сит ҡалала төпләнеп йәшәгәнгә ҡатындың хәлен класташтары аша ишетеп, эшләгән еренә килеп инде. –Хәлеңде беләм, Ләлә. Бына дауаланыуға кәрәкле сумманы килтерҙем . Оҙаҡҡа һуҙма. Әле һинең иң матур, көслө ваҡытың, сиреңде еңергә тейешһең, - тип аҡса һоноуына Ләлә ғәжәп итеп әллә күпме ваҡыт бер һүҙ ҙә әйтә алмай торҙо. Был тиклем дә иғтибарлы, йылы мөнәсәбәткә күңеле тулып, күҙенән йәштәре ағылды. Эштән һуң кафеға инеп күңелен бушатҡансы һөйләшеп ултырҙылар. Йәмил көслө эшҡыуар булып киткән. Йөк ташыу буйынса үҙенең эшен асҡан. Уның ҡармағында тотош ҙур ойошма. Бер нәмә алдында ҡурҡып тормаған Йәмилдең эше киңәйгәндән- киңәйә бара. Уңышлы эше өсөн рәхмәтле лә була белә эшҡыуар. Йыл һайын аҡсаһының арыу ғына өлөшөн ауыр сирле балаларҙы дауалауға күсерә . Ҡатыны менән дә бәхетле, өс бала үҫтерәләр. “Яҡшы кеше булыу өсөн юғары белем кәрәкмәй икән.Иң мөһиме күңелендә кешелеклелек булһын”- был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә йылдар үткәс генә инанды Ләлә. Ләкин һуңланы... Тейешле дауаланыу алғандан һуң аяҡҡа баҫты ҡатын. Ләкин был ваҡытҡа иренә ҡарата күңелендә бер бөртөк тә йылы хис ҡалмағайны. “Балаларҙы үҫтергәс тә айырылам,үҙемде ҡәҙерһеҙләп йәшәмәйем”, – тигән ныҡлы ҡарар менән сыҡты ул дауахананан. Автор фотоһы.