Хәйбулла районыны Аҡъяр ауылы Балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре 1-се Аҡъяр мәктәбенең 4-се “а” класы уҡыусыларына йәш уйлап табыусы, 6-сы “а” класы уҡыусыһы Айҙар Исмәғилев менән осрашыу ойошторҙо. Айҙар үҙ шөғөлө, нисек биш йәшендә үк легонан янғын һүндереү кәмәһе эшләүе тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Йәш уйлап табыусы осрашыуға үҙенең һуңғы эштәре – миксер, диңгеҙ телеграфы, елләткес (вентилятор) алып килеп, уларҙы эшләтеп тә күрһәтте. Айҙарҙың коллекцияһында иҙән йыуа торған робот, стенаны буяуҙа ҡуллана торған ҡулланма, локатор, поршенлы двигатель һәм башҡалар бар. Дүртенсе кластарҙы уның эштәре бик ҡыҙыҡһындырҙы, үҙҙәре лә төрлө әйберҙәр эшләп ҡарарға ниәтләне, Айҙарға ҡыҙыҡлы һөйләүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Фото: Аҡъяр Балалар моделле китапхана