Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баҡса эштәрен башларға була

Ҡышын ағастар “йоҡлаған” мәлдә күпселек баҡсасылар ҡамасаулаған, иҫкергән ботаҡтарҙы киҫеп ҡалырға тырыша. Сөнки тап ошо осорҙа ағасҡа артыҡ зыян килмәй. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Гөлфиә Нухова биргән кәңәштәргә ҡолаҡ һалайыҡ. Тәү сиратта ағасҡа дөрөҫ форма биреү мөһим. Ҡороған, иҫкергән ботаҡтарҙа, ғәҙәттә ауырыуҙар була, ҡоротҡостар йәшеренә. Ботаҡтарҙа япраҡтар булмағас, уларҙың ҡайһыһы ҡамасаулай икәнен аныҡ күренә. Бысҡанда, ағастың олоно әрселмәй, ботаҡтар тигеҙ киҫелә. Ҡышын төрлө микроорганизмдар ҙа йоҡлай, шуға һау ағас зарарланыр тип ҡурҡырға кәрәкмәй.Ботаҡтарҙы ғинуарҙан март урталарына тиклем киҫергә була. Иң мөһиме олонда һут йөрөй башлағанға тиклем өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Әлеге эште атҡарыр өсөн ҡоро һәм ҡояшлы көн һайлағыҙ. Алмағас, груша, сейә, сливаларҙы, ҡыуаҡтарҙан барбарис, ҡарағат, крыжовникты ҡышын киҫергә була. Тәү сиратта ағастың ҡоро һәм ҡыйыш үҫкән ботаҡтарын киҫегеҙ, эскә ҡарай үҫкән ботаҡтарҙы алығыҙ, әммә улар киҫелгән дөйөм күләмдең дүрттән бер өлөшөн генә тәшкил итергә тейеш. Былтырғы ботаҡтарҙың өстән бер өлөшөн ҡыҫҡартығыҙ. Уларҙы бөрөнөң өҫтөнән киҫергә кәрәк. Яҙын, көндәр йылынғас, киҫелгән урындарҙы махсус паста менән һөртөп ҡуйығыҙ. Был ысулдар ағастарҙы йәшәтер һәм уңышты бермә-бер арттырыр. Фото: Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең сайтынан алынды.