Өфөлә “Торатау” конгресс-холында үткән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция һаулыҡ һаҡлауҙағы бик мөһим һәм ҡатмарлы мәсьәләгә арналды. “Аутистик спектр тайпылыштарына дусар балаларҙы дауалау һәм оҙатып барыу” тип аталған көнүҙәк тема хәҙерге заманда айырыуса етди иғтибар талап итә. Конференцияны Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды, Мәскәү “ПланетаМед” клиникаһы һәм Менталь сәләмәтлек үҙәге ойошторҙо. Мәсьәләнең үтә етдилеген уға арнап махсус көн билдәләнеүе лә асыҡ һөйләй: 2 апрель – Аутизм проблемаһы тураһында мәғлүмәт таратыу көнө. Был диагноз “үҙенә йомолған” тигән мәғәнәне аңлата. Аутистик спектр тайпылышын дауалап булмай, ата-әсә һәм бала был хәл менән йәшәргә өйрәнергә тейеш, тигән фекер йәмғиәттә күптән нығынған. Конференцияла ҡатнашыусылар был мәсьәләне өйрәнеүҙәге яңылыҡтары, пациенттарҙы дауалау тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Төп маҡсаты билдәле инде – сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләр проблемаһына иғтибарҙы йәлеп итеү, балаларҙы дауалау һәм реабилитациялауҙа ведомство-ара бәйләнеште нығытыу, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф системалары араһында берлектәге эште яйға һалыу. Профилле институттар ғалимдары, республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан йыйылған белгестәр, педагогтар аутизм сиренә дусар балалар үҫешендәге артҡа китештәрҙең сәбәптәрен һәм патогенетик күренештәрҙе асыҡларға, аңларға тырышты, тайпылыштарҙың биологияһы, нәҫелдән күсәгилешлелек һәм генетик үҙгәрештәр роле тураһында фекер алышты. Көн дауамында белгестәрҙән бушлай консультация алыу, Менталь сәләмәтлек үҙәгендә тест һәм диагностика үтеү, сирле балаларға ҡайҙа уҡырға барыу тураһында мәғлүмәт алыу, дөрөҫ туҡланыу аҙыҡтары исемлеге менән танышыу мөмкинлеге булдырылды. Конференция һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләү һүҙҙәренән башланды. Ул күтәрелгән теманың әһәмиәтен билдәләп, Башҡортостанда аутистик спектр тайпылыштарына дусар балаларҙың һаны йылдан-йыл артыуына иғтибарҙы йүнәлтте. “Республикала һуңғы йылда аутистик спектр тайпылыштарын асыҡлау һәм дауалау буйынса ҙур эш башҡарылды. Менталь сәләмәтлек үҙәге эшләй, бер мең ярым тирәһе балаға ярҙам күрһәтелде, был эштең башы ғына. Берлектәге көс менән сирлеләргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сифатын күтәрергә тейешбеҙ”, – тине министр. Сарала сығыш яһаған Мәскәү ҡунаҡтары был өлкәлә туплаған белемдәре менән ихлас уртаҡлашты. Фекерҙәр ҡыҙыҡлы һәм төрлө булды. Медицина фәндәре докторы, “Планета Мед” клиникаһы етәксеһе Василий Генералов билдәләүенсә, аутистик спектр тайпылыштарына дусар балалар менән эш тәүлек әйләнәһенә ғәйәт ҙур тырышлыҡ талап итә. Бындай бала тәрбиәләнгән ғаиләнең тормош, эш графигы боҙола. Ә сирлеләр һаны артҡандан-арта бара. Ғалимдың күҙаллауынса, 2050 йылға аутизм менән сирлеләр һаны ете процентҡа етеүе ихтимал, был иҫ китмәле ҙур һан! “Сирҙең үҫеше – популяциялар сәләмәтлегенең дөйөм тайпылышы, быуындар тоҡомо боҙолоуы. Педагогиканан бигерәк, нигеҙҙә, медицина проблемаһы ул”, – тип иҫәпләй ғалим. Тағы шуныһы, медицина фәндәре докторы “аутизмды диагностикалауға һәм дауалауға хаталы ҡараш “уны дауалап булмай” тигән позицияға килтерҙе”, “ул - барлыҡҡа килтерелгән сир” тигән фекерҙә һәм сәләмәтлектәге артҡа китештең сәбәптәрен иммунологияла (90%), стрестарҙа (7%) һәм әлегә асыҡланмаған сәбәптәрҙә күрә. Психиатрия өлкәһендәге төп белгестәрҙең береһе, биология фәндәре докторы Татьяна Клюшник сирҙең үҫешенә тәьҫир итеүсе 800-ҙән ашыу ген барлығын билдәләне. “Аутистик спектр тайпылышы” тигән ябай халыҡҡа аңлайышһыҙ тойолған һүҙҙәр артында этиопатогенез буйынса төрлө психоневрологик хәлдәр торошо йәшеренгән, уларҙы тышҡы клиник билдәләр – телмәр үҫеше тотҡарланыуы, тәртиптәге сәйер үҙгәрештәр берләштерә. Пациенттарҙың күпселеге бары баланы йәмғиәттә яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән симптомлы дауа ғына ала. Әммә комплекслы психотроплы терапия ла, тәртипте үҙәртеү ысулдары ла сир үҫеше сәбәптәренә йоғонто яһай алмай, ти сығыш яһаусылар. Был пациенттарҙың күпселеге психиатрияға түгел, ә нервы туҡымаһы елһенеүе процесы, гормональ һәм матдәләр алмашыныу патологияһы менән бәйләнгән иммунология профиленә ҡарай. Фәнни тикшеренеүҙәрҙең даими дауам итеүенә, мул тәжрибә тупланыуына ҡарамаҫтан, диагностика һәм терапия мөмкинлектәрен клиник практикала ҡулланыу бик сикләнгән, тип иҫәпләй белгестәр. Һуңғы йылдарҙағы тикшеренеүҙәр аутизм диагнозы ҡуйылған күп кенә пациенттарҙа баш мейеһе патологияһы булыуын, нервы туҡымаһы елһенеүе дауам итеүен асыҡлаған. Балаларҙа элекке күнекмәләр һәм һәләттәрҙең юғалыуы раҫланған. Баш мейеһе структураларына ҡағылған елһенеү процесы сағыштырмаса йыш осраһа ла, аутизм диагнозы ҡуйылған пациенттарға бер ҡасан да нервы туҡымаһы елһенеүе йәки энцефалит тигән медицина диагнозы ҡуйылмай. Уның урынына психиатрия баһаһы ысулдарын файҙаланып ҡына диагностика үткәрелә, ә иммунологик һәм нейробиохимик тикшереүҙәр табип-психиатрҙар тарафынан баһаланмай. Аутизм психик сир булараҡ ҡына психиатрия препараттары ярҙамында дауаланырға тейеш түгеллеген үҙҙәренең көндәлек эш тәжрибәләренә таянып, төрлө миҫалдар менән иҫбатланы сығыш яһаусы белгестәр. Ҡатмарлы сирҙе хәҙерге заман шарттарында тағы ла ентеклерәк өйрәнеү, иң яҡшы клиник тәжрибәләрҙе ҡулланыу, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу һөҙөмтәһендә генә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеү мөмкин. Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, республикала педагогтар өсөн әҙерләнгән тәҡдимдәрҙә баланы ғаиләлә тәрбиәләү буйынса бөтә тейешле этаптар билдәләнгән: сәләмәтлек торошо, үҫеш һәм тәртип үҙенсәлектәре, белем биреү ойошмаһын һайлау, социализация... Тағы ла бер яңылыҡ – белем биреү учреждениеларына аутистик спектр тайпылышы диагнозы ҡуйылған балалар өсөн махсус меню индерелә. Бынан тыш, конференцияла сәләмәтлек мөкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеү маҡсатында Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы менән социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында, шулай уҡ эпилепсия сиренә дусар кешеләргә ярҙам итеүсе “Ҡурҡма!” йәмәғәт ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Ҡайһы берәүҙәрҙең үҙҙәрендә аутистик спектр тайпылышы булыуын белмәгән осраҡтар ҙа бар. Аутизм төрлөсә сағыла һәм төрлөсә бара, ҡайһы берәүҙәр ғүмер буйы сир менән тыныс йәшәй. Тик йыш ҡына ул башҡалар өсөн ҙур проблема, хатта урамға сығыу, үҙен-үҙе хеҙмәтләндереү ҙә ҙур мәсьәләгә әүерелә. Балаларҙың үҙен тотошона, тәртибендәге үҙгәрештәргә иғтибарлы булыу бик мөһим. Динә Арыҫланова.